Белем һәм тәрбиә
14 Октябрь 2025, 09:30

Депутат паспорттар тапшырҙы

"Ниндәйҙер проблема хәл ителгән, йә иһә кемдеңдер яҙмышы ыңғай яҡҡа үҙгәргән икән - бындай һөҙөмтәләр өсөн эшләргә кәрәк".

Депутат паспорттар тапшырҙыДепутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы

Тыуған төбәгебеҙҙең төп байрамдарының береһе - Республика көнө алдынан 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында йәш граждандарға тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттары тапшырылды. Уны "Беренселәр хәрәкәте" Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте ойошторҙо.

Уҡыусыларҙы ҡотларға һәм уларға төп документты шәхсән тапшырырға Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров саҡырылды. Үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итеп, ул иҫтәлекле сараның Башҡортостаныбыҙҙың байрамы менән тура килеүе юҡҡа түгел тип билдәләне.

- Паспорт алыу - ул һәр ваҡыт тулҡынландырғыс һәм яуаплы. Ә уны Республика көнө алдынан алыу икеләтә әһәмиәтле. Ошо көндән башлап хоҡуҡтарығыҙ һәм мөмкинлектәрегеҙ киңәйә, әммә үҙ ғәмәлдәрегеҙ, уҡыуҙағы уңыштарығыҙ, ғаиләгеҙҙең, республикағыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплылыҡ та арта, – тип билдәләне депутат.

Зариф Закир улы һүҙҙәрен ҡеүәтләп, гимназия директоры Ришат Марс улы Камалов үҙенең телмәрендә был ваҡиға оло тормошҡа мөһим аҙым булыуын, яңы офоҡтар асыуын билдәләне һәм Ватанабыҙҙың тоғро улдары-ҡыҙҙары булып ҡалыуҙарын теләне.

Рәсми өлөштән һуң йәнле әңгәмә булды, уның барышында уҡыусылар ҡунаҡҡа үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе. Эшмәкәрлегенең иң илһамлы мәле тураһындағы һорауға Зариф Байғусҡаров ихлас яуап бирҙе: "Ярҙамыбыҙҙы тойған кешеләр менән осрашыуҙар күңелде күтәрә. Ниндәйҙер проблема хәл ителгән, йә иһә кемдеңдер яҙмышы ыңғай яҡҡа үҙгәргән икән - бындай һөҙөмтәләр өсөн эшләргә кәрәк. Был беҙҙең закондарҙың кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртеүен дәлилләй".

“Көнөгөҙҙө ниндәй тарихи шәхес менән үткәрергә теләр инегеҙ?” тигән һорауға депутат, Рәсәйҙә беренсе Тау училищеһын (хәҙер Санкт-Петербург тау университеты) ойоштороу башланғысында торған башҡорт мәғдән сәнәғәте эшмәкәре Исмәғил Тасимовтың исемен атаны.

"Илдең киләсәге уның ер аҫты байлыҡтарын яҡшы белеүгә һәм аҡыллы файҙаланыуға ҡоролғанын аңлаған күренекле, алдынғы ҡарашлы кеше булған ул,- тине Зариф Байғусҡаров. - Миңә, тәбиғәтте ҡулланыусыларҙың зарарлы йоғонтоһонан экологияны һаҡлау тәңгәлендә эшләүсе кешегә, уның тәжрибәһе бик файҙалы булыр ине. Сәнәғәтте үҫтереү менән киләсәк быуындар өсөн Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәтен һаҡлау араһында баланс табыу мөһим".

Әңгәмәне тамамлап, депутат технологияларҙың, мәҙәниәттең киләсәге һәм республиканың үҫеше йәш быуын ҡулында булыуын билдәләп, уларҙы тыуған ерҙәрен һаҡларға һәм уның тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Гүзәл Бикмәтова.

Марсель Хафизов фотолары.

Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Депутат паспорттар тапшырҙы
Автор:
Читайте нас