

Вуз-ара кампустын резиденты Өфө дәүләт нефть техник университетының "Иретеп йәбештереү һәм контроль технологиялары һәм ҡорамалдары" кафедраһының беренсе курс студенты Валерия Ғәлимова “Weldex 2025 Рәсәй Иретеп йәбештереү кубогы” Милли Чемпионатында “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе - ҡул менән электр дуғаһы менән иретеп йәбештереү уҡыусыһы” номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде. Ҡыҙ егеттәр менән бер рәттән “Уҡыусы-иретеп йәбештереүсе” номинацияһында ярышты. Һөҙөмтәлә уның номинацияһында беренсе урынды Һамар өлкәһенән студент ала, ә өсөнсө урынды - Мәскәү өлкәһенеке.
Валерия Ғәлимова иретеп йәбештереүҙә яңы кеше түгел. Ул юғары уҡыу йортонда производствоға өйрәтеү мастеры булып тора һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был эш менән нисек мауығыуы тураһында һорағас, ҡыҙ бер тапҡыр ғына һынап ҡарағандан һуң оҡшауы һәм ошо йүнәлештә үҫешергә ҡарар итеүе тураһында һөйләй.
-Беҙ, иретеп йәбештереүсе ҡыҙҙар Рәсәйҙә бик аҙ ҙа түгел. Дуҫлашабыҙ һәм бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Киләсәктә Өфө дәүләт нефть техник университеты кафедраһында эшләүҙе дауам итергә, конкурстарҙа ҡатнашырға, университет һәм республика статусын күтәрергә ниәтләйем, - ти Валерия Ғәлимова.
Өфө дәүләт нефть техник университетының “Иретеп йәбештереү һәм контроль ҡорамалдары һәм технологиялары” кафедраһы доценты Елена Туманова билдәләүенсә, Өфөнөң нефтселәр мәктәбендә бик күп һәләтле студенттар уҡый, һөнәри оҫталыҡ буйынса бындай конкурстар һәм чемпионаттар айырыуса мөһим.
Белешмә
Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27676/