Белем һәм тәрбиә
17 Октябрь 2025, 13:45

“Башперваш2025” ниндәй сара ул?

 Мәскәүҙә Башҡортостан студенттары осраша.

“Башперваш2025” ниндәй сара ул?“Башперваш2025” ниндәй сара ул?
“Башперваш2025” ниндәй сара ул?

18 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандан белем алыусы беренсе курс студенттары өсөн "Башперваш 2025" тип исемләнгән сара уҙғарыла.

Илебеҙ баш ҡалаһында уҡыусы беренсе курс студенттарын берләштереүсе байрам булып тора ул. "БашПерваш"– ул танышыу сараһы ғына түгел, студенттарға адаптация үтеүе өсөн дә мөһим майҙансыҡ. Бында килгән йәштәр яҡташлыҡ эшмәкәрлеге тураһында белә, фекерҙәштәрен табалар, ярҙам тоялар.

Программала – Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы эшмәкәрлеге менән танышыу, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге презентацияһы, концерт, милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау һәм йәштәр дискотекаһы.

Унда ҡатнашыу бушлай. Башланыу ваҡыты 10 сәғәттә, урыны: Мәскәү, Доброслободская урамы, 6-сы йорт, стр. 2 (м. Бауманская).

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас