

Өфө ҡалаһында урынлашҡан донъя кимәлендәге Евразия ғилми белем биреү үҙәге вуз-ара студенттарҙың кампусында "Миссия ИИ. Киләсәк лабораторияһы" тигән студенттар хакатонының финал этабы үтте. Ойоштороусыһы – Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм "Газпром нефть" компанияһы.
Хакатон үҙ эсенә бер нисә этапты алған һәм 360-тан ашыу студентты бергә туплаған. Әйткәндәй, беренсе этап онлайн форматта уҙған, ярымфиналға бөтәһе 50 ҡатнашыусы сыҡҡан, ә аҙаҡтан 40 студент тороп ҡалған. Ҡыҙ һәм егеттәргә көнүҙәк бизнес-эш нигеҙендә "Газпром нефть" компанияһы өсөн тәғәйен ваҡыт һуҙымында мәсьәләне сисергә кәрәк булған. Бәйгене ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда ҡатнашыусылар төплө белемгә эйә булыуҙан тыш, компанияла практика үтә аласаҡ, һуңынан инде эшкә урынлашыу хоҡуғына ла эйә буласаҡ.
– Хакатонда студенттар үҙҙәрен күрһәтеүҙән айырмалы, команда менән эшләргә лә өйрәнде, – тине "Газпром нефть – Һанлы ҡарарҙар" компанияһының генераль директоры Владимир Кувшид.
Фото: Вуз-ара студенттарҙың кампусы сайтынан.