

Билдәле яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 106 йыл тулыуға бәйле төрлө саралар ойошторола. Мостай Кәримдең барельефына (Өфө ҡалаһының Энгельс урамы, 8) сәскә һалдылар. Унда Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов һәм башҡалар ҡатнашты. Илвир Мәдғәт улы әйтеүенсә, Мостай Кәрим - Башҡортостанды сит тарафтарға танытҡан талантлы шәхестәребеҙҙең береһе.
Артабан хөрмәтле ҡунаҡтар Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына юлланды.
Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы белдереүенсә, бөгөнгө байрамға һәр кем тулҡынланып килгән. Белем усағына ул да һәр саҡ йәш таланттар менән осрашыр өсөн ашҡына.
– Кеше төрлө яҡлап талантлы булыуы мөмкин, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы. – Ниндәй ҙә эште күңел биреп башҡарһалар, уның емеше һәр ваҡыт татлы була. Бында белем эстәгәндәрҙең барыһы ла һәләтле. Улар – ысын ижадсылар. Ҡыҙ һәм егеттәр ике төшөнсәне – хыял һәм өмөттө онотмаһын ине. Уҡыусы балалар үҙҙәренең көсөнә ныҡ итеп ышанһын, тормошҡа позитив яҡтан ҡараһын.
Әлфиә Кәримова 10 уҡыусыға гранттар тапшырҙы. Бына улар иң-иңдәр – Тимур Хафизов, Наҙгөл Ҡолтаева, Алан Заһретдинов, Айҙар Хәлфин, Аделина Дистанова, Шамил Таулыҡаев (XI "А" класы уҡыусылары), Айгүзәл Мортаева, Даниял Фәттәхов (XI "Б" класы), Зөлхизә Ҡорбанғолова һәм Гөлсинә Ғимаева (XI "В" класы).
– Мостай Кәримдең әҫәрҙәре һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа саҡыра. "Китап уҡыған баланың күңеле лә матур була" тигән һүҙҙәр гел генә беҙҙе оҙатып йөрөй, – ти бүләкләнеүсе малай һәм ҡыҙҙар.
Фото: Илдар Аҡъюлов.