Белем һәм тәрбиә
21 Октябрь 2025, 16:45

Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашты.

Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡЙыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ

21 октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте. Көн тәртибендә - республиканың мәғариф системаһын үҫтереү һәм төбәк биләмәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре.

Радий Хәбиров Башҡортостандың мәғариф сәйәсәтенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм министрға был өлкәгә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Тармаҡ тотороҡло үҫешә, шул иҫәптән беҙ әүҙем ҡатнашҡан федераль программалар ярҙамында ла. Ғаризаларҙы сифатлы әҙерләргә һәм өҫтөбөҙгә алған йөкләмәләрҙе теүәл үтәргә тырышабыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығына һөҙөмтәле берлектәге эше өсөн бик рәхмәтлебеҙ.

2019 - 2024 йылдарҙа Башҡортостанда 48 яңы мәктәп һәм 67 балалар баҡсаһы төҙөлдө. Бынан тыш, төбәктә 146 мәктәп бинаһына капиталь ремонт үткәрелгән һәм уҡыу инфраструктураһы яңыртылған. 689 белем биреү ойошмаһы һанлы мөхит индереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ә 258 ауыл уҡыу йорто яңы спорт залдары менән йыһазландырылған.

Быйыл Өфөлә Волга буйы федераль округында 2 200 урынлыҡ иң ҙур мәктәп төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Республиканың баш ҡалаһында шулай уҡ 360 урынлыҡ республика математика лицей-интернаты төҙөлә башланы, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда балаларҙы уңайлы һәм хәүефһеҙ ташыуға ҙур иғтибар бүленә, тип өҫтәне төбәк етәксеһе.

Мәҫәлән, 2025 йылда мәктәптәрҙең автобус паркын 207 яңы заманса машина тулыландырҙы. Медицина ярҙамы ла мөһим. Бының өсөн уҡыу йорттары базаһында, атап әйткәндә, стоматология кабинеттары селтәре үҫтерелә, унда уҡытыусылар уҡыусылар менән бер рәттән профилактик тикшереү үтә, шулай уҡ кәрәкле дауалау алырға ла мөмкин.

- Уҡытыусыларға ярҙам сараларын да планлы рәүештә камиллаштырабыҙ. Бөгөн йәш уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ауыл мәктәптәре директорҙары республика гранттарын ала, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Бынан тыш, республика ярҙамында йыл һайын төбәк шифаханаларына 1000 педагог ебәрергә ҡарар иттек.

Рәсәйҙең мәғариф министры Башҡортостандың мәғариф системаһын үҫтереү кимәлен юғары баһаланы.

- Һеҙгә, Радий Фәрит улы, һеҙҙең командаға Башҡортостан Республикаһында мәғариф системаһына иғтибар биргәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ төбәк менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм уҡытыусыларға ярҙам итеү, яңы мәктәптәр төҙөү һәм белем биреү ойошмаларына капиталь ремонт үткәреү буйынса ниндәй ҙур эш алып барылыуын күрәбеҙ, – тип билдәләне Сергей Кравцов. - Башҡортостан бөтә йүнәлештәр буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, һәм илдең күп кенә төбәктәре бөгөн һеҙгә тиң. Үҙ сиратында, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡуйған бөтә бурыстарҙы үтәү йәһәтенән эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ.

Сергей Кравцов Радий Хәбировҡа күкрәккә таҡмалы “Почетлы остаз” ведомство билдәһен тапшырҙы.

Үҙ сиратында төбәк етәксеһе министрҙы республиканың мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне. Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Андрей Николаев та Башҡортостандың Почет грамотаһына лайыҡ булды.

***

Артабан Сергей Кравцов һәм Радий Хәбиров эш кәңәшмәһе форматында фекер алышыуҙы дауам итте. Унда Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫарҙары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм профилле уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә уҡыу программаларының сифатын күтәреү һәм яңы ҙур белем биреү объекттарын төҙөү мәсьәләләре ҡуҙғатылды.

Радий Хәбиров, атап әйткәндә, Өфөлә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина исемендәге Уҡытыусылар гимназияһын төҙөү проектын тәҡдим итте. Яңы уҡыу йорто базаһында юғары уҡыу йорто студенттары практика үтә аласаҡ тип күҙаллана. Бында яңы белем биреү методикалары ла индереләсәк.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ 2026 йылда республикала Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында "Авангард" уҡыу-методик үҙәктәре етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәрергә тәҡдим итте.

***

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәғариф министры менән осрашыуға йомғаҡ яһаны.

- Беҙ илдең Мәғариф министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ул - беҙҙең өсөн республика мәғариф системаһын үҫтереүҙә төп уҙаҡташ. Ярҙам күрһәткәне өсөн Сергей Сергеевич Кравцовҡа бик рәхмәтлемен, – тине төбәк етәксеһе.Һуңғы өс йылда ғына Башҡортостанға мәктәп биналарын яңыртыу программаһы сиктәрендә 10 миллиард һум самаһы аҡса килде. Быйыл беҙ 39 корпусты тәртипкә килтерҙек. Был туранан-тура белем биреү сифатына йоғонто яһай. БДИ-ла йөҙ балға яҙыусылар, төрлө олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм призерҙар һаны арта.

 Фото: glavarb.ru.

Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Йыл һайын төбәк шифаханаларында 1000 педагог сәләмәтлеген нығытасаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас