

– Сулпан Мәүләүи ҡыҙы, әлеге ваҡытта 20-сене башҡа мәктәптәрҙән айырып торған үҙенсәләге нимәлә?
– Бында өҫтәмә дәрестәр һәм һәр уҡыусы менән шәхси шөғөлләнеү ярҙамында юғары әҙерлек талап иткән фәндәргә айырым иғтибар бирелә. Шуға ла Төп дәүләт имтиханы һәм Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һөҙөмтәләр һөйөндөрә: уртаса балдар арта, ә был сығарылыш уҡыусыларының белем кимәле уларҙы алдынғы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүгә әҙерлеген раҫлай. Уҡыу процесы кабинеттар менән генә сикләнмәй – уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүгә тәғәйен төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыу ҡаралған.
Гимназия коллективы юғары уҡыу йортона тиклемге үҙәктәр селтәрен үҫтереү буйынса инициативалы бюджетлау проекты бәйгеһендә еңеп сығыуы менән ғорурлана. Был беҙҙең материаль-техник базаны нығытыуға яңы мөмкинлектәр асты. Шул арҡала информатика кабинеты яңыртылды: 30 ноутбук, интерактив панель, яңы йыһаздар һатып алынды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу, илһөйәрлек сараларында ҡатнашыу, Фатима Мостафинаға арналған Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороу, шулай уҡ Башҡорт теле көнөн киң билдәләү һәм башҡа бихисап иҫтәлекле кисәләр аша балаларҙа тыуған илгә, телебеҙгә һөйөү, милли рух тәрбиәләнә.
– Мәктәпкә килгәс тә бала ошо мөхиткә сума инде. Уның эсендә үҙенә генә хас хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгелдер...
– Уҡый башлағас та башланғыс класс уҡытыусыһы баланың иң яҡын кешеһенә әйләнә. Бөтә фәндәрҙе лә ул уҡыта. Әлеге мәлдә йыш ҡына шул күҙәтелә: башҡортса белгән ата-әсәләрҙең дә балалары русса һөйләшә. Ә беҙҙең мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән тыш бөтә фәндәр ҙә туған телдә өйрәнелә. Башҡорт мөхите тыуҙырыла. Оҙонайтылған көн төркөмдәре киске сәғәт 4-5-тәргә тиклем үҙҙәре эштә булған ата-әсәләр, мәктәптән йыраҡ йәшәгәндәр өсөн уңайлы. Башланғыс класс уҡытыусылары баланың үҫешкән ваҡытында көн әйләнәһенә уның тормошҡа әйҙәүсе кешеһенә әйләнә.
Бала юғары класҡа күскәс шул терәгенән яҙа. Уға тап шул мәлдә көслө абруйлы етәксе кәрәк. Был – башланғыс кластарҙың йылдар буйына һаҡланған феномены. Ошоно белгәнгә күрә, уҡытыуслар 5-6-сы кластарҙа балаға айырым иғтибар бүлә. БДИ, ТДИ-ға әҙерләү башланғанға, фәндәргә ныҡлы ҡараш булдырыла. Талап ҡаты ҡуйылғанға, элек яҡшы өлгәшкән бала, “өслө”гә төшөп китә. Ниңә улай булды ул, тип аптырашта ҡала ата-әсә. Был ошо шарттарға яраҡлашырға тейешле бала өсөн бик ауыр осор, көнө буйы башланғыс класс уҡытыусылары менән булып, шуға өйрәнгәнгә уға айырыуса ҡыйын. Өлгәшмәй башланы, уҡытыусылар ғәйепле, улар көсһөҙ икән, тигән ҡараш барлыҡҡа килеүе ихтимал. 5-6-сы класҡа еткән уҡыусыны ата-әсә мәктәптән алып китә башлай. Был дөрөҫ түгел – балалар бер уҡытыусыға өйрәнгән, ә икенсеһенә көйләнеү бара.
- Был хәлдән сығыу өсөн нимәләр эшләнә?
- Буш ҡалған урындарҙы райондарҙан, икенсе төрлө мәктәптәрҙән килгән балалар тулыландыра. Быйыл мәктәбебеҙгә йәш белгестәр килде. Уларға башланғыс класс уҡытыусыларынан терәк булыуҙарын һорайым. Бер ҡасан да класҡа бөгөн кемдәр юҡ, кем ауырый тигән һорауҙар менән инмәгеҙ, ә быны алдан класс етәксеһе белешергә, алдан хәбәр итергә тейешле, тигән талап ҡуйылды. Класта тәртип, системалы эш булһын өсөн, ниндәйҙер сараларҙа ҡатнашырға, башҡа төрлө эштәргә ылыҡтырырға класс етәксеһенең абруйы булмаһа, эш бармаясаҡ. Класс етәксеһенең абруйын булдырыу йәһәтенән саралар күрелә. 560 урынға иҫәпләнгән мәктәбебеҙҙә бөгөн 800-ҙән артыҡ бала уҡый. Башҡорт телендә уҡыйбыҙ тип килгән балаларҙан бер ҡасан да баш тартмайбыҙ. Шуға ла беҙҙең башланғыс кластарҙа – 30-35-әр бала.
Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Дөйөм белем биреү мәктәбе менән сағыштырғанда был йәһәттән дә айырылып торабыҙ. Ата-әсәләр был уҡытыу системаһын аңлап ҡабул итә. Һәр береһе изге ниәт, уй менән, балаларын йәшәгән еребеҙгә яҡын тип түгел, ә бындағы рух, тел, мөхит арҡаһында алып килә. Уларҙың фекерҙәрен дә иҫәпкә алабыҙ. Әммә шуны әйтке килә: ата-әсәләргә ҡайһы ваҡыт уҡыу-уҡытыу процесының нисек барырға тейешлеген аңлатырға тура килә. Уҡытыуға яуаплы уҡытыусының дәресенә, беҙ, административ корпус, завучтар тик махсус бойороҡ буйынса ғына инәбеҙ. Ситтән килеп берәү ҙә уның дәресен тикшерә алмай. Был уҡытыусының үҙ биләмәһе. Ул дәресен шулай ҡорған. Уның нигеҙләнгән методикаһы бар. Ә беҙ шул шуны тикшереп, күҙаллап барабыҙ. Дәрестәргә инеү графигы төҙөлгән. Заводта эшсе деталде үҙенең технологияһы буйынса сығара икән, участка мастеры килеп уға ҡыҫыла алмай бит. Ул деталде үҙенсә сарлай, әүәләй. Бында ла шулай. Шуға ла уҡытыусының дәресенә инеүебеҙ ҡамасау ғына булыуы ихтимал.
- Был осраҡта ниндәй принциптарға таянаһығыҙ?
- Бөтә нәмә баланың ҡыҙыҡһыныуынан сығып эшләнергә тейеш. Беҙҙә үҙ һөнәрҙәренең оҫталары эшләй. Мәҙәниәтебеҙ, милли биҙәктәребеҙ, бейеүебеҙ, оҙон көйөбөҙ, ҡурайыбыҙ – беҙҙең донъя кимәлендә маҡтанып күрһәтерлек хазиналарыбыҙ бар. Милләтебеҙҙе, телебеҙҙе донъя кимәлендә танытайыҡ. ЮНЕСКО мәктәбе тап шул принциптарға – тормошто, мәҙәниәтте яратыу, тел өйрәнеү буйынса алға китергә, үҫешергә, асыҡ, яҡты булырға тейеш. Шул йәһәттән дә беҙҙең мәктәптә инглиз телен тәрәндән өйрәнеү ҡаралған. Сит илдәр менән балаларҙы алмашып уҡытыу элек-электән барлыҡҡа килгән йола булған. Шуғалыр ҙа, бәлки, 20-сене тамамлағандар сит илдәрҙә лә һынатмай, ҙур дәржәләр биләй.
– Һәр данлы мәктәп үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән ғорурлана. 20-селә лә ундайҙар бихисаптыр?
– 55 йыл эсендә гимназияны тамамлаған уҡыусылар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Исемдәре республикаға ғына түгел, тотош донъяға билдәлеләре лә бар улар рәтендә. Иң күбеһе, моғайын да, мәҙәниәт өлкәһендә танылғандыр: бейеүсе Рафаэль Амантаев, яҙыусылар, бер туған Зөһрә һәм Илгизәр Бураҡаевтар, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы Шәүрә Шәкүрова, "Ант" төркөмө етәксеһе Алмас Ғафаров һәм уның бер туған ағаһы Илдар Ғафаров, композитор Урал Иҙелбаев, театр режиссеры Айрат Абушахманов, башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов, арҙаҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашев, бейеүсе Хәлил Ишбирҙин, рәссам-иллюстратор Азат Ҡужин, рәссам Йәлил Сөләймәнов...
Медицина юлын һайлаусылар ҙа байтаҡ: Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Айрат Ғүмәров, медицина фәндәре кандидаттары Салауат Туйсин, Сәғит Ҡаҙбулатов, Илдар Һиҙиәтов, медицина фәндәре докторы Гөлнур Һиҙиәтова.
Фән кандидаттары булараҡ ниндәй генә өлкәне яуламай 20-селәр: биология фәндәре кандидаты, ғалим-селекционер, РФ-тың атҡаҙанған урман белгесе Фәриҙә Саҙиҡова, химия фәндәре кандидаты Сабит Солтанов, техник фәндәр кандидаты, Айгөл Камалиева, тарих фәндәре кандидаты, археолог Әлфиә Солтанова ла ошо мәктәпте тамамлаған.
Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә лә тырыш хеҙмәт күрһәтәләр: Башҡортостандың атҡаҙанған юристары Люциә Ғүмәрова, Рәмзиә Ғүмәрова, Ришат Йосопов исемдәре шуға дәлил.
Тарихсы, башҡорт милли философияһына нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов, философия фәндәре кандидаттары Ләйсән Сөләймәнова, Наилә Әбүзәрова халҡыбыҙҙы йәшәткән рухиәт серҙәрен өйрәнеүҙә абруй алды.
20-селәр араһында дәүләт эшмәкәрҙәре лә бихисап: сәйәсәт фәндәре кандидаты Гөлдәр Камалова (Шәкүрова), иҡтисад фәндәре кандидаты Салауат Ҡадиров, Гүзәл Насирова, Фәрзәнә һәм Гөлшат Мусиналар, Юлдаш Ураҡсин, Урал Хәсәнов тап ошо өлкәлә танылды.
Фән докторҙары, профессорҙар Юлай һәм Айбулат Псәнчиндар, Нәркәс Хөббитдинова (Сөләймәнова), филология фәндәре кандидаты, башҡорт теленең Машина фондына нигеҙ һалыусы Зиннур Сиражетдинов, электрон дәреслектәр авторы Салауат Сиражетдинов ошо юҫыҡта билдәлелек яуланы.
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, йәшәмәһен, 20-селәр үҙҙәренең уҡытыусыларының, мәктәбенең намыҫына тап төшөрмәне, әҙәп һәм әхлаҡты ашаҡлап үтмәне, юғары мәҙәниәтле, зыялы башҡорттоң ниндәй икәнен үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән күрһәтә.
- Шундай юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар коллективы маҡтауға лайыҡ. Әлеге көндә һеҙҙә кемдәр эшләй?
– Гимназияла ойошторолған һәр төрлө әҙәби-мәҙәни саралар, конкурстарҙың төп ойоштороусылары – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Ғилмитдин ҡыҙы Бикбаева, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы Шакирова улар. Өсөһө лә "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары", республика, Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурстары еңеүселәре.
Бөгөн гимназияла башланғыс кластарҙа 12 уҡытыусы эшләй, барыһы ла юғары белемле, юғары категориялы. Өс уҡытыусы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бишәү Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ, тәжрибәле уҡытыусылар араһында “Йыл уҡытыусыһы”, “Оҫта уҡытыусы”, “Эҙләнеүсе уҡытыусы” конкурстары еңеүселәре лә бихисап. Гимназияның башланғыс класс уҡытыусылары фәнни эш менән дә шөғөлләнә. Э.М. Ғәзизова “Башҡорт теле”, полилингваль мәктәптәр өсөн технология дәрестәренең методик ҡулланмаһы, Г.С. Хәзиева –милли мәктәптәр өсөн “Русский язык” дәреслеге авторҙары. Шулай уҡ Э.М. Ғәзизова, Г.С. Хәзиева, Д.Р. Латипова, Р.Ф. Нуриева, “Әлифба”, З.И. Ҡазыханова “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу”, З.И. Ҡазыханова, Г.С. Хәзиева – “Букварь” дәреслектәре өсөн методик ҡулланмалар, Р.Ф. Нуриева – башҡорт мәктәптәре өсөн “Диктанттар йыйынтығы” авторҙаштары. Химия уҡытыусыһы Зөлфиә Ташбулат ҡыҙы Бураншина ҙур һөҙөмтәләргә өлгөшә.
Рус телен һәм әҙәбиәтен юғары кимәлдә, методик яҡтан көслө, үҙ һөнәренә тоғро Марина Марат ҡыҙы Солтанова, Гөлназ Фәрис ҡыҙы Исхаҡова кеүек уҡытыусылар уҡыта.
Сит телдәр уҡытыусыларын гимназияның иң продуктив һәм ижади берләшмәләренең береһе тип атарға мөмкин. Әлеге ваҡытта сит тел уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһен тәшкил иткән уҡытыусылар – Г. Х. Моратова, Д.Д. Закирова, З.З. Кучулова, З.З. Борханова, И.И. Нафиҡова.
Технология уҡытыусыһы Шафиҡова Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы – укыусыларҙы предмет олимпиадаһына әҙерләү оҫтаһы. Күп йылдар дауамында ул әҙерләгән балалар уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәре һәм призерҙары була. Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙының уҡыусылары башҡарған этно стилдәге ҡул эштәре Рәсәй фестивалдәрендә юғары баһа ала. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән исемдәр, бихисап дипломдар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Күп йылдар инде гимназияның математика, информатика уҡытыусылары яңы технологиялар буйынса эшләп килә. Дөрөҫөрәге, был эште уҡыу йортонда беренселәрҙән булып улар башланы. Әҡсән Зәки улы Зәйнуллин, көслө информатика уҡытыусыһы булараҡ, дәрестәр генә бирмәй, ә робот техникаһы түңәрәктәрендә яңы проекттар өҫтөндә әүҙем эш алып бара.
Математика өлкәһендә лә ярайһы ук уңыштарыбыҙ бар. Теүәл фәндәр методик берекмә етәксеһе Әлиә Гөбәйҙулла ҡыҙы Мусаҡаева эште ентекле ойоштора. География һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм илде һаҡлау дәрестәре уҡытыусыһы Илнар Дамир улы Ҡунаҡкужин уҡыусыларыбыҙға илһөйәрлек һәм донъя киңлектәре серҙәрен төшөндөрә, егеттәребеҙҙе хәрби хеҙмәткә, яуаплылыҡҡа, хәүефһеҙлеккә әҙерләй.
Вәзих Миңлевәғиз улы Әфләтүнов– гимназиябыҙ тарихына тиң, беҙҙә оҙаҡ йылдар эшләгән физкультура укытыусыһы. Ул – гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы ла.
Спорт өлкәһендә яулаған еңеүҙәребеҙ бик күп. Уҡыусыларыбыҙ спортты ярата, үҙ итә. Бигерәк тә гимназиябыҙҙың ғорурлығы булған Фатима Мостафина исеменә ойошторолған бәйгеләр көтөп алына.
Мәктәпте йәнле, илһамлы иткән һәр уңыш, һәр уҡыусы, уҡытыусы менән ғорурлана 20-селәр. Бында һәр кем үҙ мөмкинлектәрен аса, белмәгәнен өйрәнә, яңы бейеклектәргә күтәрелә ала. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына артабан да еңеүҙәр, яңынан-яңы үрҙәр яулауын, киләсәгенең яҡты булыуын теләйбеҙ. Белемгә, үҫешкә ынтылыш һәр күңелдә йәшәһен!
Гимназия архивы фотолары.
Фотоһүрәттәрҙә:
Директор Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова.
Башланғыс класс уҡытыусылары менән.
Яңы 2025–2026 уҡыу йылын ҡаршылап.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!