

Мәскәүҙә Башҡортостандан сыҡҡан студенттар “Яҡташ” форумына йыйыла. Был сара 19 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында үткәрелә.
Форумда ҡатнашыу өсөн Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан студенттары саҡырыла. Яҡташтар араһында бәйләнеште нығытыу, әүҙем йәштәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторола был сара.
Форумда ҡатнашыу өсөн теркәлеү мөһим. Сараны үткәреү адресы: Мәскәү ҡалаһы, Вернадский проспекты, 82, стр.1, корпус 5 (тамашалар залы). Үҙең менән паспорт алыу, эшлекле стилдә кейенеү мөһим, тип хәбәр итә, Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Артур Смолов.
Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите сайтынан.
Фото: Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы матбуғат хеҙмәте.