

Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы резиденты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты халыҡ-ара урологтар йәмғиәте президенты, профессор Жан де ла Розетты ҡабул итте. Был визит Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ-ның уникаль белем биреү проекты сиктәрендә ойошторолған. Һөҙөмтәлә донъя кимәлендәге билдәле ғалимдар медицина университеты студенттарына, уҡытыусыларға лекциялар уҡый, практик дәрестәр уҙғара. Профессор юғары рейтинглы ғалим булып тора һәм 2025 йылдың һөҙөмтәләре буйынса донъяның иң яҡшы ғалимдары исемлегенә ингән.
- Фәнде туҡтатырға ярамай. Урологияның төрлө һорауҙары, шул иҫәптән робот хирургияһы, онкоурология, андрология, һейҙек-таш ауырыуҙары менән шөғөлләнгән алдынғы профессорҙар менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлек беҙҙең Рәсәй һәм сит ил студенттарының медицина тәжрибәһен үҫтереү өсөн бик мөһим, - тине Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, профессор Валентин Павлов.
Профессор Жан де ла Розеттың урология йүнәлешен үҫтереүгә арналған лекциялары нигеҙле тикшеренеүҙәр һәм уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу араһында тере күпергә әүерелде. Студенттар китаптарҙан һуңғы асыштар тураһында белеп кенә ҡалманы, тиҙҙән дауалау стандартына инәсәк яңы алымдар тураһында ишетте.
- Башҡортостанда мине медицина фәне һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән перспективалы хеҙмәттәшлек ылыҡтыра. Профессор, академик Валентин Павлов университетта ғалимдар өсөн көслө тикшеренеү мөмкинлектәрен үҫтерә. Истанбулдағы беҙҙең университет етәксеһе билдәләүенсә, беҙгә хеҙмәттәшлекте Төркиә эсендә генә түгел, сит ил дәүләттәре, мәҫәлән, Рәсәй, Ҡытай менән дә үҫтерергә кәрәк. Минең уйлауымса, тикшеренеү һәм белем биреү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн берҙәм платформа булдырыу мөһим, - тип фекере менән уртаҡлашты Жан де ла Розетт.
Сығанаҡ: campusufa.ru