

Бөгөн Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәптәре съезы эш башланы. Ул ике көн – 13-14 ноябрҙә дауам итәсәк. Сара быйыл тәүге тапҡыр баш ҡаланан, йәғни Мәскәүҙән ситтә ойошторола. Был төбәктәрҙә креатив индустрияларҙы үҫтереүгә иғтибарҙың артыуы һәм Башҡортостанды ижади башланғыстар өсөн уңайлы төбәк булараҡ таныу тураһында һөйләй.
Бөгөн, 13 ноябрҙә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы Геном үҙәгендә сараны тантаналы асыу һәм пленар ултырыш үтте.
Өфөлә үткән съезд илдең 52 төбәгенән 200-гә яҡын ҡатнашыусыны бергә тупланы. Улар – башлыса креатив индкстриялар мәктәптәре етәкселәре һәм уҡытыусылары, федераль кимәлдә танылған белгестәр. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡатнашлығында ойошторолған был күләмле сара ғәмәли проекттар эшмәкәрлегенә арнала. Съезд барышында бөтә ил буйынса креатив индустрия мәктәптәрендә тупланған иң яҡшы тәжрибәләр менән танышыу ойоштороласаҡ.
– III Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәптәре съезының Башҡортостанда – Өфөлә ойошторолоуы осраҡлы түгел, сөнки республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тарафынан был өлкәгә ҙур иғтибар бирелә. Беҙ – илдең съезд уҙғарған беренсе төбәге. Был өсөн яуаплылыҡ ҡына түгел, ғорурлыҡ та. Уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ етерлек. Беҙҙә республика Башлығы ҡарамағында Креатив индустриялар буйынса совет булдырылды, был тармаҡ проекттары өсөн Гранттар фонды эшләй. 2022 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында төбәгебеҙҙәге тәүге креатив индустриялар мәктәбе асылып, эш башланы. Бөгөн уларҙың һаны өсәүгә етте: был йүнәлештәге усаҡтар Сибайҙа, Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә уңышлы эшләй. Был өлкәлә һынау үтеп, артабан башҡаларға өлгө буласаҡ ете ҡалала эшмәкәрлек йәйелдереү проекты ҡарала. Шулай уҡ Башҡортостан Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, Креатив индустриялар көнө булдырылған берҙән-бер төбәк булып тора. Киләсәктә лә был өлкәлә алдынғылар булып ҡалыу өсөн күп нәмәләр эшләнә, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Форумдың эшендә әлеге тармаҡта билдәлелек яулаған эксперттар ҡатнаша, улар үҙ тәжрибәһе һәм креатив белем биреүҙе үҫтереүгә ҡарашы менән уртаҡлаша. Сараның пленар өлөшөн Креатив индустриялар федерацияһының генераль директоры Игорь Намаконов алып барҙы. Съезд делегаттарын видеоэлемтә аша РФ мәҙәниәт министры Ольга Любимова тәбрикләп, уңыштар теләне. Мәҙәни стратегиялар һәм проектлы идара үҙәгенең генераль директоры Мария Гуськова ил күләмендәге креатив индустриялар мәктәптәренең нисек эшләүе тураһында сығыш яһаны. Экрандағы слайдтар аша был усаҡтарҙа шөғөлләнгән балаларҙың һәм йәштәрҙең эштәрен, проекттарын асыҡ күрергә, уларға ҡарап һоҡланырға мөмкин булды. Мәҫәлән, был мәктәптәрҙә шөғөлләнгән балалар бөгөн ҡала күләмендәге сараларға афишалар эшләй, үҙ төбәгенең брендын булдырыуға, уңайлы, йәмле мөхит тыуҙырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Шулай уҡ съезд барышында ғәмәли сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Мәғариф һәм проект эшмәкәрлегенә яһалма интеллект индереүгә, педагогия коллективтарының һанлы белемен арттырыуға, проект эшендә технологияларҙы хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле файҙаланыу сценарийҙарына айырым иғтибар бүленәсәк, тип билдәләне ойоштороусылар. “АЙ ЙОЛА” музыкаль коллективы үҙенсәлекле этномузыканы танытыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Шулай уҡ съезд делегаттары “Муха” студияһы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ҡатнашлығында Башҡортостандың анимация кластеры менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Ҡунаҡтар Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы һәм Өфө сәнғәт училищеһы базаһындағы Креатив индустриялар мәктәбенеъ эшмәкәрлегенә лә юғары баһа бирҙе.
Съезд иртәгә, 14 ноябрҙә, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ижади программа менән ябыласаҡ.
ФЕКЕР
Игорь НАМАКОНОВ, Рәсәй Креатив индустриялар федерацияһының генераль директоры:
– Һуңғы йыл-йыл ярым эсендә Башҡортостанда креатив индустриялар йүнәлешендә республика Башлығы үҙе етәкләгән мөхит барлыҡҡа килде. Ошо йәһәттән бик күп башланғыстарға нигеҙ һалынды. Мәҫәлән, шуларҙың береһе – һеҙҙең төбәктә булдырылған Креатив индустриялар көнө. Бындай көн башҡа төбәктәрҙә юҡ әле. Был йыл һайын ошо көндө билдәләү хаҡында ғына түгел, ә әлеге өлкәгә даими иғтибар бирелеүе, тотош саралар циклы уҙғарылыуы тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта ошондай эштәр нигеҙендә һеҙҙең республикала йәш кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә етди иғтибар бирелеүен күрәбеҙ. Съезды үткәреү йәһәтенән дүрт төбәк ҡаралды һәм бөтә йүнәлештәр буйынса иң тап килгәне Башҡортостан тип табылды.
Съезда ҡатнашыусылар нимә ти?
Резеда ЯХИНА, К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы базаһындағы Креатив индустриялар мәктәбе етәксеһе:
– Беҙҙең мәктәп 2024 йылдың октябрендә асылды. Әлеге ваҡытта 120 самаһы бала дизайн, анимация һәм 3D-графика, тауыш режиссураһы, фото һәм видео эшләү студияларында шөғөлләнә. Уларға беҙҙә ныҡ оҡшай, үҙҙәренә билдәләнгән ваҡыттан тыш та ҡалырға атлығып торалар. Һәләтле, талантлы балалар бик күп һәм бындай мәктәптәрҙең асылыуы, уларҙың бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән тәьми н ителеүе – һөйөнөслө күренеш. Рәхәтләнеп эшләү, ижад итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.
Дилә ФӘТТӘХОВА, К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы:
– Был мәктәптең тап беҙҙең уҡыу йортонда асылыуы һәр йәһәттән уңайлы һәм ҡулай булды, сөнки колледжыбыҙҙа бөтә Урал аръяғы райондарынан йыйылған талантлы йәштәр белем ала. Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡыусылары ла ҙур теләк менән шөғөлләнә. Уларҙың ихлас эшләүен, ижади йәһәттән үҫеүен күреп ҡыуанабыҙ. Тәүге йүнһүрәттәрен ижад иткән уҡыусылар бар. Төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашалар. Ғөмүмән, Креатив индустриялар мәктәбе – балаларға һәм йәштәргә ижади йәһәттән үҫеү, төрлө идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн бик шәп мөмкинлек ул.
БЕЛЕШМӘ
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.