Белем һәм тәрбиә
13 Ноябрь 2025, 12:30

Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ

"Ысынлап та, был уҡыу йорто Белорет һәм яҡын-тирәләге Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондары өсөн бик мөһим. Мәктәптең даими йәшәү урынына яҡын булыуы халыҡ аҙ йәшәгән ауылдарҙан балаларға белем алыу мөмкинлеген бирә"

Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡУрал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ
Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ

Белорет ҡалаһындағы лицей-интернат – Белорет районы һәм уның эргәһендә урынлашҡан Әбйәлил, Учалы райондары балаларына белем биргән төп уҡыу йорттарының береһ. Ул 1961 йылда үкһеҙ етем ҡалған һәм дәүләт хәстәренә мохтаж булған балалар өсөн асылған. 1998 йылда уға лицей-интернат статусы бирелә. Бөгөн төплө белем алырға теләгән һәр бала өсөн уның ишеге асыҡ.

Иҙел башына юл төшкәндә ошо уҡыу учреждениеһында булып, уның директоры, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Нурия Мәүлитйән ҡыҙы ШӘҺИМОРАТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Нурия Мәүлитйән ҡыҙы, һеҙҙе, пенсия йәшендә булған кешене, ошо вазифаға тәғәйенләгәстәр, ҡаушап ҡалманығыҙмы? Эште нимәнән башланығыҙ?

– Ҡаушап ҡалманым, әммә тәүҙәрәк ауырыраҡ булды, сөнки элекке заман балалары менән бөгөнгө уҡыусылар бер түгел. Был лицей-интернатты электән беләм –  үҙем дә бында уҡыным. Туған мәктәбем булған өсөн генә, уны үҫтерәм, тип ризалашып килдем.

Быйыл яҙ Белоретта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең күсмә кәңәшмәһе үткәйне. Уның барышында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров беҙҙә булды. Ул лицей-интернатты Башҡортостандан 2026 йылға “Мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу” программаһына – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса милли проектҡа индерергә ҡушты. Шулай уҡ Андрей Геннадьевич Белорет лицей-интернатын полилингваль уҡыу йорто итеү тәҡдимен Башҡортостан Башлығына еткерҙе.

Полилингваль уҡыу йорто итеү өсөн капиталь ремонт талап ителә. Әле “юл картаһы”на ингәнбеҙ, район хакимиәте белә. Сметаны эшләп бөттөк, экспертиза ла бар. Нисәнсе йылда капиталь ремонт башланасағын әйтә алмайым, әммә буласаҡ. Әле лицей-интернатты республика балансына тапшырыу һәм полилингваль мәктәпкә үҙгәртеү эше бара.

– Лицей-интернат уҡыу программаһында ниндәй йүнәлешкә айырыуса иғтибар итә?

– Әле лицей-интернатта I – XI класҡа тиклем бөтәһе 16 класс тупланған. Уларҙа Белорет ҡалаһы һәм Белорет (18 ауылдан), Учалы (биш ауылдан), Әбйәлил (ете ауылдан) райондарынан бөтәһе 295 бала белем ала. Уҡыусыларҙың 269-ы интернатта йәшәй.

Педагогтар коллективы 24 уҡытыусынан, 16 тәрбиәсенән, алты өҫтәмә  белем алыу буйынса уҡытыусыларҙан тора. Шуларҙың 35-е юғары категориялы, етеһе беренсе категорияға эйә. Ғөмүмән, тәжрибәле, үҙ эшен яратҡан коллектив тупланған.

Уҡыусылар башҡорт телен – I кластан, инглиз телен II кластан өйрәнә. Шулай уҡ башланғыс кластарҙа дәрестән тыш эшмәкәрлек дәрестәре иҫәбенә ғәрәп телен уҡытыу ойошторолған. Профиль алды кластары бар – V кластан математика һәм информатиканы тәрән өйрәтеү буйынса эш алып барыла. X-XI класс уҡыусылары профилле кластарҙа белем ала. Былтыр химия-биология, мәғлүмәт-технология профилле кластары булдырылды. Инженер класы ла бар.

Шайморатов исемендәге ике класс асылды. Ундағы балалар шул тиклем әүҙем, бар сараларҙа ла ихлас ҡатнашалар.     

Быйыл үҙебеҙҙең программа буйынса аграр класс булдырҙыҡ. Уның өсөн тәжрибәләр майҙансығын асабыҙ. Унда йәшелсә, еләк-емеш, сәскә үҫтерәсәкбеҙ. Уны беҙҙең биология уҡытыусыһы алып бара.

Лицейҙа түңәрәктәр, секциялар, ҡыҙҙар өсөн бөҙрәхана эшләй. Аграр кластар ҙа асылды. Республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл XI класты тамамлаған 19 уҡыусының 18-е юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде.

IX класты тамамлаған 15 бала беҙҙәге профилле класта уҡырға ҡалды. Уларҙы артабан юғары уҡыу йорттарына уҡырға индереү өсөн әҙерләйбеҙ.

Беҙҙә төрлө фәндәрҙән консультациялар, бейеү, шахмат кеүек күп түңәрәктәр эшләй. Спортҡа иғтибар ҙур, йәш спортсыларыбыҙ төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулап тора.

– Лицей-интернатта ремонт эштәре әле лә туҡтамаған кеүек...

– Быйыл лицей-интернатта яҡшы үҙгәрештәр күп булды – биналарҙа косметик ремонт эшләнек, яңы мебель ҡуйҙыҡ, йәғни балаларға уңайлы йәшәү шарттарын булдырҙыҡ. Яңы спорт ҡорамалдарын да күп алдыҡ.  Белорет лицей-интернаты директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Ләйсән Рәшит ҡыҙы Йомағужа етәкселегендә грант юллау программаларында әүҙем ҡатнашалар. 2023 йылда уҡыусылар башланғысына нигеҙләнгән республика проекттар конкурсында беҙҙең уҡыусылар командаһының “Спорт майҙансығы” проекты еңеүсе булды. 2025 йылда Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең Бөтә Рәсәй “Ата-әсәләр башланғыстары” конкурсының икенсе миҙгелендә “Сәләмәт йәшәү рәүеше биләмәһе” ата-әсәләр проекты 2 миллион һумға тиклемге категорияла еңеүселәр иҫәбенә инеп, 1,6 миллион һумлыҡ грант отто. Тиҙҙән үҙебеҙҙең урындағы етештереүсе – Сермән ауылында урынлашҡан “Урал спорт инвентары заводы” йәмғиәте лицей ихатаһына уйын-спорт майҙансығы эшләп ҡуясаҡ.

Мин бында эшкә килгәндә лицей-интернаттың көнкүреш шарттары шәптән түгел ине. Шуға ла был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса ремонт эштәрен туҡтатмайбыҙ, йыл буйы дауам итәсәкбеҙ, сөнки балалар уңайлы мөхиттә уҡырға һәм яҡшы шарттарҙа йәшәргә тейеш. Смета төҙөгәнбеҙ, аҡса булһа, ишек, тәҙрәләрҙе лә алмаштырасаҡбыҙ. Музейҙы ла яңыртып эшләйбеҙ.

Пландар бик күп – лицей-интернатты Урал аръяғы уҡыу йорттары араһында иң яҡшыһы итеп күрге килә. Был мәктәп республикабыҙ өсөн күп кенә билдәле шәхестәр, етәкселәр, ғалимдар, табиптар, артистар, судьялар, тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре үҫтергән. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев, техник фәндәр докторы, профессор Марс Миһранов, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы етәксеһе Осҡар Ситдиҡов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин һәм башҡа билдәле шәхестәр бар. Мәҫәлән, беҙҙең осорҙа уҡыған уҡыусыларҙың күбеһе етәксе вазифаларҙа эшләне.

Киләһе йыл Белорет лицей-интернаты асылыуға 65 йыл тула. Ошо айҡанлы юбилей сараларына ла әҙерлек башланыҡ.

– Нурия Мәүлитйән ҡыҙы, ысынлап та, һеҙҙең алда әле ҙур бурыстар, маҡсаттар тора. Лицей-интернатҡа яңы ҡаҙаныштар, үҫеш теләйбеҙ.

 

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

– Полилингваль мәктәптәр республикала бөтә аспекттарҙа ла иң яҡшыһы булырға тейеш. Уҡытыу, педагогик состав, өҫтәмә мөмкинлектәр һәм матди база сифатттары буйынса.

Урал КИЛСЕНБАЕВ,  БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары:

– Ысынлап та, был уҡыу йорто Белорет һәм яҡын-тирәләге Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондары өсөн бик мөһим. Мәктәптең даими йәшәү урынына яҡын булыуы халыҡ аҙ йәшәгән ауылдарҙан балаларға белем алыу мөмкинлеген бирә. Лицей-интернаттың потенциалы ҙур, ул Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты кеүек үк кадрҙар тимерлеге була ала.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ
Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ
Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ
Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ
Урал аръяғында тағы ле бер полилингваль мәктәп буласаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас