Белем һәм тәрбиә
15 Ноябрь 2025, 10:20

Руденко уҡыуҙарында – арҙаҡлы ғалимдар

14 тапҡыр экспедицияға сыҡҡан.

Руденко уҡыуҙарында – арҙаҡлы ғалимдарРуденко уҡыуҙарында – арҙаҡлы ғалимдар
Руденко уҡыуҙарында – арҙаҡлы ғалимдар

Өфө ҡалаһында "Көнсығыш Европаның, Себерҙең һәм Төньяҡ-көнсығыш Азияның археология һәм этнотарихының проблемалары" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция бөгөн тамамланды. Сара Сергей Руденконың тыуыуына – 140 йыл һәм "Башкиры. Опыт этнологической монографии" тигән хеҙмәттең баҫылыуына 100 йыл тулыуға бағышланды. Ғалимдар телендәге Руденко уҡыуҙары Өфө ҡалаһының Евразия фәнни-белем үҙәгендә башланғайны.

Конференцияны Башҡортостан ғилми-етештереү үҙәге һәм мәҙәни ҡомартҡылар күсмә объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса идаралыҡ начальнигы Данир Ғәйнуллин асты. Данир Әхмәҙи улы Сергей Руденконың тос хеҙмәттәре тураһында һөйләне.

– Рәсәй һәм совет археологы, антропологы, этнологы һәм гидрологы, ғалим булараҡ уның исеме ситтәргә киң билдәле, – тине Данир Ғәйнуллин. – Етмәһә, Рус географик йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы булыуы күпте һөйләй. Ул 1906–1930 йылдар арауығында 14 тапҡыр экспедицияға сыҡҡан һәм 10 меңдән ашыу экспонат йыйған. Эҙәрмән һәм тынғыһыҙ сифаттары арҡаһында башҡорт, сыуаш, мари, мордва, мансы, хант, бүрәт, алтай халыҡтарын тәрәндән өйрәнгән.

Башҡортостан мәҙәни ҡомартҡылар объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Ҡолбахтин Башҡортостан етәкселеге исеменән сәләмләне.

Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Ҡытай, Иран, Ҡаҙағстан һәм бүтән тарафтан бихисап ғалимдар ҡатнашты.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Майя Кашуба, Санкт-Петербург ҡалаһы:

– Башҡортостанда ойошторолған сараға һәр ғалим ашҡынып килеп еткән, конференция ныҡ юғары кимәлдә үтте. Фән кешеләренең әлеге шикелле ҙур ҡалала йыйылыуы, фекер алышыу һәр йәһәттән дә отошло. Ошондай һөйләшеүҙәр, хатта бәхәстәр, беҙгә, ғалимдарға, киләсәккә маҡсаттар билдәләүгә юлдарҙы иркен аса.

Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан һоҡдандыра һәм эшкә өйрәтә.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас