Белем һәм тәрбиә
19 Ноябрь 2025, 13:20

Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты

Быйылдан башлап 1000 педагог республика шифаханаларында йыл һайын санатор-курорт дауаланасаҡ. 

Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осраштыРеспублика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты
Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты

18 ноябрҙә Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара студент кампусы Геном үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров педагогия йүнәлешендәге сығарылыш курстары студенттары һәм йәш уҡытыусылар менән осрашты. Сара «Мин – киләсәк педагогы» слеты сиктәрендә үтте.

Осрашыуҙы асып, төбәк етәксеһе республиканың мәғариф системаһы һәм уны артабан үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.

- Башҡортостанда 2 меңгә яҡын мәктәп бар, уларҙа 500 мең самаһы кеше белем ала. Белем биреү сифатын яҡшыртыуға, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Тәү сиратта һүҙ президент программаһы сиктәрендә мәктәп биналарын яңыртыу хаҡында бара. Был маҡсатҡа ҙур ғына федераль средстволар йәлеп итә алдыҡ. Киләһе йылда Өфөлә генә 16 белем биреү учреждениеһын тәртипкә килтерергә ниәтләйбеҙ.

Тағы ла бер эш йүнәлеше – төбәктә яңы мәктәптәр төҙөү. Мәҫәлән, Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте – 2 200 урынлыҡ белем биреү үҙәген асырға әҙерләйҙәр. Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында Республика математика лицей-интернаты ла төҙөлә башланы. Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм башҡа муниципалитеттарҙа заманса уҡыу йорттары төҙөлә.

- Беҙҙең мәғариф системаһы – ул тәү сиратта кешеләр. Башҡортостанда 31 мең уҡытыусы эшләй, уларҙың күптәре ҙур эш тәжрибәһенә эйә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта тармаҡҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы эшләй, грант ярҙамын ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар ала. Быйылдан башлап 1 000 педагог республика шифаханаларында йыл һайын санатор-курорт дауаланасаҡ.

Былар барыһы ла туранан-тура белем биреү сифатына йоғонто яһай. Йыл һайын БДИ-ла йөҙ балға башҡарылған эштәр һаны арта. Быйыл республикала тәүге тапҡыр бер уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйыуға өлгәште. Башҡортостан уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса ла илдең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ республика Башлығына мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү буйынса башланғыстары өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйтәйек, Благовещен педагогы 2024 йылдың ғинуарында 1-се «Йылмайыу» балалар баҡсаһында булған саҡта Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаһының яңы бинаһын төҙөүгә проект документтарын әҙерләргә ҡушыуын иҫкә төшөрҙө.

Республика Башлығы был проекттың Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фонды ҡатнашлығында тормошҡа ашырылыуын раҫланы.

- Беҙ әҙерлек эштәрен башланыҡ, финанслау сығанағын таптыҡ. Благовещенда үҙенсәлекле кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаһын мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ, - тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Артабан Башҡортостан Башлығы студенттарҙың һәм йәш уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Улар төбәк етәксеһенең инклюзив белем биреүгә һәм киләсәк мәктәбе образына ҡарашы, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы саралары менән ҡыҙыҡһынды.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты
Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты
Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты
Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты
Республика Башлығы буласаҡ уҡытыусылар һәм йәш белгестәр менән осрашты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас