

Салауат районы – “Башҡортостан” гәзитен күпләп алдырған райондар рәтендә. Уҡыусыларыбыҙ араһында бер нисә тиҫтә йыл дауамында гәзиткә яҙылыусылар ҙа аҙ түгел.
Был районға эш сәфәребеҙ Малаяҙ ауылындағы башҡорт гимназияһынан башланды. Владислав Килдейәров етәкселек иткән был белем усағында уҡырға теләүселәр байтаҡ, бөгөн унда уҡыусыларҙың һаны 500-ҙән артып китә. Юғары наградалар алған, тәжрибәле уытыусыларға йәш педагогтар килеүе лә һөйөнөслө.
Уҡыусылар төплө белем алып ҡына ҡалмай, төрлө секцияларға , түңәрәктәргә йөрөп тә, үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерә. Район үҙәгендәге сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар станцияһы, балалар ижад һарайы, район мәҙәниәт йортонан да уларҙың юлы өҙөлмәй.
Илһөйәрлек тәрбиәһе лә көслө. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙамды уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар бергәләп башҡара. Уҡыусылар ата-әсәләр алдында түләүле концерт ҡуйып та, шул аҡсаны улар һалдаттарға кәрәк -яраҡтар алыуға йүнәлтә. Бер йылды ата-әсәләр һәм уҡытыусылар берлектә 40 мең һумға күсмә мунса алып яугирҙәргә оҙатҡан.
Матбуғат баҫмалары менән дә дуҫ улар. Эш сәфәребеҙ мәлендә ғүмер буйы гимназия китапханаһында эшләгән, әле хаҡлы ялда булған Гөлшат апай Әхмәтшина менән таныштыҡ. Ул беҙҙең гәзитте 30 йылдан ашыу алдыра.
Гимназия уҡытыусыларының, уҡыусыларының уңыштары, башҡа ауылдарҙағы яңылыҡтар менән гәзитебеҙҙә тулы итеп уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.