Белем һәм тәрбиә
29 Ноябрь 2025, 03:30

Баҡалы мәктәбендә яңы ял зонаһы

Тәнәфесте файҙалы итеп үткәреүгә мөмкинлек булдырылды.

Баҡалы мәктәбендә  яңы ял зонаһыБаҡалы мәктәбендә  яңы ял зонаһы
Баҡалы мәктәбендә яңы ял зонаһы

Баҡалы ауылының 1-се мәктәбендә “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы,  (национальный проект “Молодежь и дети”) ял зонаһын булдырҙылар, тип хәбәр итә Баҡалы районы хакимиәте. Ошондай ял урыны Рәсәйҙең “Знание” йәмғиәтенең ата-әсәләр башланғыстары конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Бындай киңлек уҡыусыларҙың һорауҙарын иҫәпкә алып булдырылды.

Унда заманса мебель ҡуйылған, үҫеш уйындары өсөн интерактив панель эшләнгән, аэрохоккей, өҫтәл футболы, шахмат өсөн өҫтәлдәр теҙелгән.

Был шарттар уҡыусыларға дәрес араһындағы ваҡытты файҙалы итеп үткәрергә мөмкинлек бирә.

- Мәктәп төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Педагогтар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр үҙ-ара яҡшы бәйләнештә булыуы ла дөйөм эшкә ыңғай йоғонто яһай. Бөгөнгө сара – мәктәп өсөн яңы этап башланыуының башы. Был проект уҡытыусыларға яңы башланғыстарға рухи көс өҫтәһен. Учреждениелағы сағыу һәм креатив мөхит тәнәфестәге ваҡытты файҙалы итеп үткәреүгә юл асһын, - тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ринат Дәүләтов.

Әйтергә кәрәк, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереүгә шарттар тыуҙырыуға маҡсатланған.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас