Белем һәм тәрбиә
2 Декабря 2025, 07:30

Мода индустрияһын үҫтерәбеҙ

Был сара яңы тәжрибә бирҙе

Мода индустрияһын үҫтерәбеҙМода индустрияһын үҫтерәбеҙ
Мода индустрияһын үҫтерәбеҙ

“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) Өфөнөң вуз-ара кампусында “Мода индустрияһында йолалар һәм инновация процестары” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы.

Был конференция туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә һәм костюм дизайны, текстиль технологиялары, маркетинг кеүек мода индустрияһы һорауҙарын күтәрә.

Конференциялы Гатчин дәүләт университеты, Санкт Петербург сәнәғәт технологиялары һәм дизвайн дәүләт университеты, Ҡазан милли тикшеренеү технология университеты һәм башҡа уҡыу йорттары ҡатнашты.

-Башҡортостан – ҙур сәнәғәт потенциалына эйә. Был химия һәм нефть химияһы , машиналар эшләү, тау сәнәғәте, металлургия, юғары технологиялар, электроника тармаҡтары. Айырым тармаҡ итеп еңел сәнәғәтте күрһәтер инем. Унда 300-ләп предприятие эшләй, уларҙа 9 меңләп кеше хеҙмәт итә. Күп предприятиелар кейем тегеү, халыҡ кәсептәрен йүнәлешен үҫтерә, – тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас