

9 декабрҙә Өфөлә “Йәш шайморатовсылар балы” үткәрелде. Ул республиканың 28 муниципалитетынан 218 уҡыусыны тупланы. Был – уҡыуҙы яҡшлы күрһәткестәргә өлгәшкән, олимпиадаларҙа, ижади һәм фәнни конкурстарҙа, хәрби-спорт ярыштарында призлы урындар яулаған, ижтимағи ойошмалар һәм ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан балалар.
Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәсеһе “Шайморатовсылар” кластары уҡыусыларын тәбрикләне һәм Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың ил тарихында ҙур урын биләүе тураһында әйтте. “Бөгөн – Ватан геройҙары көнө. Тап ошо көндә “Йәш шайморатовсылар балы”н үткәрәбеҙ”, - тине Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе “Шайморатов” кластарында белем биреү программаһын юғары баһаланы.
– Үҙҙәрен тулыраҡ тормошҡа ашырырға, хәрби тарихты өйрәнергә, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең ысын илһөйәре булып үҫергә теләүселәр өсөн был проектты булдырҙыҡ”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе айырыуса уңыштарға өлгәшкәндәргә “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһен тапшырҙы. Артабан балда атнашыусылар симфоник орекстр аҫтында башҡорт вальсын, полонез һәм лендлерҙы бейене.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!