Белем һәм тәрбиә
10 Декабрь 2025, 11:00

Зарланмайым, йөҙөп йөрөп эшләйем, ти Гөлфиә Аҫылбаева

– Телгә һөйөү, әүҙемлегем бала саҡтан килә. Атайым, эш хаҡы ҙур булмаһа ла, һәр ваҡыт гәзит-журналдарға яҙылды. Бәләкәйҙән милли матбуғатты уҡып үҫтек. Уҡытыусы апайымдан китапҡа һөйөү һәм һөнәргә ҡыҙыҡһыныу күсте, – ти ул.

Зарланмайым, йөҙөп йөрөп эшләйем, ти Гөлфиә АҫылбаеваЗарланмайым, йөҙөп йөрөп эшләйем, ти Гөлфиә Аҫылбаева
Зарланмайым, йөҙөп йөрөп эшләйем, ти Гөлфиә Аҫылбаева

Ауыл уҡытыусыһы... Улар башҡалар араһында әллә ҡайҙан күренеп, айырылып тора. Әүҙемдәр, тырыштар, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Ә иңдәренә һалынған бурыстарҙы һанап бөткөһөҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ ҙа шундайҙарҙан.

Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы Аҫылбаева Архангел районының Оҙондар ауылынан, Тәүәкәскә килен булып төшкән дә, батҡан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, тыуған ауылынан тыш, район үҙәгенә лә йөрөп уҡыта. Үҙе депутат, урындағы ҡоролтай рәйесе.

1998 йылда ул саҡтағы Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Диплом алғас, баш ҡалалағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына эшкә урынлаша. Әммә тормош иптәше ауылға ҡайтырға өгөтләй. “Өй буш тора, донъяны туҙҙырмайыҡ,” ти.

– Шул саҡтан күпме ваҡыт үтеп тә киткән. Ҡайһы саҡта үкенеп тә алырға тура килде. Ҙур ҡалала фатир алып, балаларға уҡыу өсөн күберәк мөмкинлектәр, түңәрәктәр булыр ине тип уйланым. Ләкин ауыл да бик яҡын. Хәҙер башҡа тормошто күҙ алдына килтереп булмай, – ти Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы.

26 йыллыҡ эш стажының 23-ө ошо Тәүәкәс мәктәбендә үткән. Ул юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Оҙаҡ йылдар директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. “Башҡортостан мәғарифы отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән. Тыңғыһыҙ уҡытыусы район һәм республика конкурстарында даими ҡатнаша, гәзит-журналдарға яҙыша, уҡыусыларын ҙур кимәлдәге бәйгеләргә әҙерләп сығара. Мәҫәлән,ул “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы финалисы, “Йыл уҡытыусыһы” район бәйгеһе еңеүсеһе.

Гөлфиә Аҫылбаева уҡыусыларын үҫтереү өсөн дә ҙур көс һала. Бер нисә йыл элек уҡыусыһы Регина Сәйфетдинова “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика бәйгеһендә өсөнсө урын алған. “Һаумы, һаумы, әкиәт”,”Күп уҡыған ғаилә”, шәжәрә бәйгеләрендә, район һәм респулика кимәлендәге башҡорт теле олимпиадаларында уңышлы сығыш яһағандар. “Тамыр” балалар студияһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уҡыусылары уларҙың тапшырыуҙарында төшә.

Уҡытыусы мәктәпте тамамлаған уҡыусыларының уңыштарын да күҙәтеп бара. Былтыр телһөйәр уҡыусыларының береһе Айгизә Сәғәҙәтова институттар һәм колледжар араһында башҡорт теле буйынса конкурста икенсе урын яулаған.

– Телгә һөйөү, әүҙемлегем бала саҡтан килә. Атайым, эш хаҡы ҙур булмаһа ла, һәр ваҡыт гәзит-журналдарға яҙылды. Бәләкәйҙән милли матбуғатты уҡып үҫтек. Уҡытыусы апайымдан китапҡа һөйөү һәм һөнәргә ҡыҙыҡһыныу күсте, – ти ул.

Уҡытыусы эшенән тыш, ауыл халҡы уға ышаныс белдереп урындағы совет депутаты итеп һайлаған. Шулай уҡ ул башҡорт ҡоролтайының урындағы бүлексәһе рәйесе лә.

– Шөкөр, эштән бәхетем бар. Зарланмайым, йөҙөп йөрөп эшләйем. Ҡоролтай яғынан да бик күп саралар үткәрәбеҙ, МХО-лағы егеттәргә ярҙам итәбеҙ, ағинәйҙәр менән ҡайнашабыҙ, матбуғатҡа яҙылыу ойошторабыҙ. Бынан тыш иғтибар талап иткән ғаиләм дә бар. Ике улым үҫеп буй етте, – ти Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас