Белем һәм тәрбиә
12 Декабрь 2025, 16:30

Тел һаҡсылары тәбрикләнде

Сарала “Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу алып барған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” һәм “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде. 

Тел һаҡсылары тәбрикләндеТел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде

Өфө вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә 14 декабрҙә билдәләнгән Башҡорт теле көнөнә арналған матур сара үтте. Уның барышында башҡорт, рус, туған тел уҡытыусылары, шулай уҡ полилингваль белем усаҡтарында билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан педагогтар араһында үткәрелгән республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. Шулай уҡ “Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” һәм “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика бәйгеләренең еңеүселәре тәбрикләнде.

Сараның башында сәхнә түренә белем биреү системаһында 40 йылдан ашыу эшләгән һәм быйыл ғына эш башлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саҡырылды. Улар араһында дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балаларға туған телебеҙ нескәлектәрен өйрәтеүгә арнаған хөрмәтле педагогтар – Өфө ҡалаһынан Сәлиә Ислам ҡыҙы Харисова, Әлфирә Әнүәр ҡыҙы Искәндәрова, Мөршиҙә Хәбипйән ҡыҙы Миңлеғәлиева, Салауат ҡалаһынан Әлфиә Нуретдин ҡыҙы Ғәлина, Ишембай районынан Миңнур Абдрахман ҡыҙы Ишмәтова бар ине. Улар янына хеҙмәт юлын башлап ҡына торған йәш тел уҡытыусыларының сығып баҫыуы быуындар күсәгилешлеген раҫлаған матур күренеш булды. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин педагогтарҙы ҡотлап, һәр береһенә изге теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Бөгөн был залда тыуған төйәккә, туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе кешеләр йыйылған. Тап һеҙ республикабыҙҙы төйәк иткән халыҡтарҙың бай тарихын, традицияларын, телдәрен һаҡлаусылар булып тораһығыҙ. Ошо байлыҡтарҙы балаларға тапшыраһығыҙ, шуның менән уларҙың күңелен байытаһығыҙ. Туған тел, туған өндәр – кеше өсөн бик ҙур ҡиммәттәр ул. Чита өлкәһендә тыуһам да, бөтә ғүмерем буйы рус телендә белем алһам да, минең өсөн туған тел – ул тәүге һүҙемде әйткән башҡорт теле. Ул һәр саҡ күңелдә, уға һөйөү мәңгелек, – тине сығышында Илдар Марат улы.

Йәш педагогтар араһында билдәләнгән Гүзәл Аллабирҙина Өфө ҡалаһындағы 75-се “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһында быйылғы уҡыу йылында эш башлаған.

– Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, һис икеләнмәйенсә, ошо балалар баҡсаһына эшкә барҙым. Бындағы коллективты һәм мөхитте практика үткән мәлдә үк оҡшатҡайным. Мине бик йылы ҡабул иттеләр. Мөдиребеҙ Гөлнара Фәнис ҡыҙы Теләүбаева ла, өлкән коллегаларым да һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер тора. Балалар баҡсаһында башҡорт теле дәрестәрен дә алып барам, йәғни бәләкәстәрҙе тел нескәлектәренә өйрәтәм. Балаларҙың иртәнсәк “Һаумыһығыҙ!” тип килеп инеүе, башҡорт телен өйрәнергә тырышып тороуы эшемә дәрт өҫтәй, – ти Гүзәл Рәил ҡыҙы.

БР Башлығы Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге начальнигы Ынйы Тәҡсил ҡыҙы Вернигора Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының эшмәкәрлеген айырып билдәләп, ошо ойошманың белгестәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Башҡорт, рус, туған тел уҡытыусылары һәм полилингваль белем усаҡтарында билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан иң яҡшы педагогтар араһында үткәрелгән республика конкурстарында еңеүсе уҡытыусыларға 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Белеүебеҙсә, хәҙер был конкурста инглиз, немец, татар, мари, сыуаш, удмурт һәм башҡа телдәр буйынса белем биргән уҡытыусылар ҙа ҡатнаша.

“Башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә уҡытыу алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” республика конкурсында 67 балалар баҡсаһы ҡатнашҡан. Улар араһында төрлө номинациялар буйынса Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы “Уралҡай”, Сибай ҡалаһының “Ҡурай”, Өфө ҡалаһындағы 27-се балалар баҡсалары еңеү яуланы.

– Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ етәкселеге мәғариф тармағына яңынан-яңы маҡсатлы ярҙам саралары булдыра. Башҡортостан Башлығының гранттары, төрлө конкурстар еңеүселәренә аҡсалата сертификаттар һәм премиялар беҙҙе артабан да тырышып эшләргә дәртләндерә, – тине үҙенең сығышында Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһы мөдире Алһыу Фәнил ҡыҙы Арғынбаева.

“Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” республика конкурсы 2019 йылдан алып үткәрелә. Унда ошо йылдар эсендә 129 уҡыу кабинеты еңеү яулап, мультимедиа комплексы менән бүләкләнгән. Быйыл был конкурста өс уҡыу кабинеты еңеүсе тип билдәләнде. Уларға мультимедиа комплексы алыуға 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Еңеүсе кабинеттарҙың етәкселәре – Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының (Ишембай ҡалаһы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рифат Риф улы Әйүпов, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 32-се мәктәптән Сажиҙә Сабирйән ҡыҙы Ғатина, Өфө ҡалаһындағы 103-сө мәктәптән Гөлнара Рәйес ҡыҙы Исхаҡова республика етәкселегенә хәстәрлек өсөн рәхмәтле булыуын белдерҙе.

Башҡорт теле көнөнә арналған сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Телебеҙ һәм рухиәтебеҙ һағында торған хөрмәтле уҡытыусыларға танылған йырсылар һәм музыканттар концерт тномерҙары бүләк итте.

1-се фотола: 

Конкурс еңеүселәре – Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 32-се мәктәптән Сажиҙә Ғатина, ошо уҡ ҡаланың 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенән Альбина Ғатина, Ишембай ҡалаһындағы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусынан Рифат Әйүпов һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжынан Лилиә Әхмәҙиева.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

 

 

 

 

Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Тел һаҡсылары тәбрикләнде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас