Белем һәм тәрбиә
15 Декабрь 2025, 13:15

Был мобиль техника һыуҙа ла, ҡомда ла, ҡарҙа ла йөрөй ала

Өфө вуз-ара кампусы ғалимдары юлһыҙ биләмәләр өсөн тәғәйенләнгән күсмә робоплатформаның прототибын булдырған.   

Был мобиль техника һыуҙа ла, ҡомда ла, ҡарҙа ла йөрөй алаБыл мобиль техника һыуҙа ла, ҡомда ла, ҡарҙа ла йөрөй ала
Был мобиль техника һыуҙа ла, ҡомда ла, ҡарҙа ла йөрөй ала

Өфө вуз-ара кампусы ғалимдары юлһыҙ биләмәләр өсөн тәғәйенләнгән күсмә робоплатформаның прототибын әҙерләгән.  Ул етештереү объекттарына мониторинг үткәреү, ҡатмарлы йөрөү шарттарында йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән һәм төрлө урындарҙан йөрөй ала. Был платформа традицион транспорт саралары һөҙөмтәле эшләй алмаған шарттарҙа алмаштырғыһыҙ ярҙамсы буласаҡ. Проектта «Авиатех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең индустриаль партнеры менән берлектә Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторған Интеллектуаль программа-аппарат робототехника комплекстары лабораторияһының шәхси ҡарарҙары файҙаланылған. Проект Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусы базаһында тормошҡа ашырылған.

Амфибия тибындағы пилотһыҙ аппараттарға сәнәғәт тармағының ихтыяжы йылдан-йыл арта бара. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев предприятиеларҙың мобиль автономлы платформаларға ихтыяжын билдәләне.

- Үтеү юлы ҡыйын булған биләмәләр өсөн мобиль робоплатформаның прототибын әҙерләү – сәнәғәт үҫешендә мөһим аҙым. Ул нефть-газ тармағы етештереү объекттарына ышаныслы мониторинг һәм юлһыҙ урындарҙа өҙлөкһөҙ логистика тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы асыштар һөҙөмтәһендә Башҡортостан предприятиелары үҙҙәренең функциональ сиктәрен киңәйтеү мөмкинлегенә эйә була, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство башлығы.

Күсмә робоплатформа һауа мендәрендә оҙаҡ ваҡыт төрлө урындарҙа, шул иҫәптән һыуҙа, ҡомда, ҡарҙа һәм тигеҙ булмаған участкаларҙа йөрөй ала. Ошоноң менән ул һауалағы пилотһыҙ сараларҙан ныҡ айырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас