Белем һәм тәрбиә
16 Декабрь 2025, 17:00

Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған

Бөгөн Өфөлә ошо йыйынтыҡтың исем туйы үтте. 

Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарғанСалауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының Салауат районы педагогтары” тигән китаптың исем туйы үтте. Ошо айҡанлы Республика балалар туризмы үҙәгенең ҡунаҡ залына яҙмышы Салауат районы менән бәйле мәғариф ветерандары, район вәкилдәре, әлеге биографик белешмәне нәшер итеүсе редколлегия ағзалары йыйылды.

– Был баҫманың Салауат районы өсөн генә түгел, ғөмүмән, республиканың барлыҡ педагогик берләшмәһе өсөн әһәмиәте бик ҙур, сөнки быға тиклем республиканың айырым районы уҡытыусылары тураһында бындай биографик белешмәләр нәшер ителгәне юҡ ине әле, - тине сараны асып, мәғариф ветераны, Салауат районының ветерандары ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева.

Көнһылыу Ҡазыхан ҡыҙы китапты сығарыуға тос өлөш индергән редколлегия ағзалары менән яҡындан таныштырып, уларҙың барыһына ла ҙур фиҙакәрлек, тырышлыҡ һәм берҙәмлек күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Салауат районы етәкселеге исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы райондың мәғариф бүлеге начальнигы Әлфиә Кәримова сәләмләне. Әйткәндәй, Әлфиә Рәмил ҡыҙы ла әлеге йыйынтыҡты нәшер итеүҙә туранан-тура ҡатнашҡан кеше.

– Барыһы ла уҡытыусынан башлана, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Космонавтарҙың да, президенттарҙың да, атаҡлы табиптарҙың да уңыш-ҡаҙаныштары нигеҙендә уҡытыусының хеҙмәте һәм тырышлығы ята. Шуға күрә ул иң изге һөнәрҙәрҙән һанала. Әлбиттә, бөгөн беҙҙең хеҙмәт, бәлки, тейешенсә баһаланып та бөтмәйҙер, әммә киләсәктә хәл-торош яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт бар. Ә инде “Салауат районы педагогтары” тигән китаптың нәшер ителеүе осраҡлы хәл түгел. Бындай йыйынтыҡ һәр районда булырға тейеш, тип уйлайым. Беҙ үҙебеҙгә белем биргән, тормошҡа юл ярған уҡытыусыларыбыҙҙы белергә, хөрмәт итергә, онотмаҫҡа бурыслыбыҙ. Әгәр кеше тормошта ниндәйҙер уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшкән икән, бында уның ата-әсәһенең һәм уҡытыусыларының да өлөшө ҙур, - тине сығышында Әлфиә Рәмил ҡыҙы.

Редколлегия ағзаһы, журналистика ветераны Рәйлә Рәшит ҡыҙы Латипова материалдарҙы туплау нескәлектәре, был тәңгәлдә осраған ауырлыҡтар, уларҙы нисек йырып сығыуҙары тураһында бәйән итте. Әйткәндәй, йыйынтыҡҡа 1300 биографик белешмә тупланған. Һайлап алғанда бер генә талап – педагогтың Салауат районының мәғариф системаһында өс йылдан күберәк  эшләү шарты ғына ҡуйылған.

Китапты нәшер итеүселәр танылған энциклопедист Клара Әһлиуллинаға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Тап уның тырышлығы менән тупланған материалдар тейешле тәртипкә һәм йөкмәткегә эйә булған. Күләмле һәм мәшәҡәтле эште башҡарып сығыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Көнһылыу Ҡазыхан ҡыҙы Клара Ишбулды ҡыҙына гөлләмә һәм Рәхмәт хаты тапшырып, Салауат районының барлыҡ мәғариф ветерандары исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе.

Сара “түңәрәк өҫтәл” артында йәнле һөйләшеүгә ҡоролдо. Яҙмышы ошо райондың мәғарифы менән бәйле булған педагогия ветерандары мтаур иҫтәлектәре менән ихлас уртаҡлашты. Улар китап тураһында фекерҙәрен әйтеп кенә ҡалманы, уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын күтәреү йәһәтенән тәҡдимдәрен дә еткерҙе.

– Бөгөн киң мәғлүмәт саралары, айырыуса телевидение, артистарҙы, шоумендарҙы танытыуға үтә ҙур иғтибар бүлә, ә уҡытыусы кеүек кәрәкле лә, изге лә һөнәр эйәләре ситтә тороп ҡала. Фәҡәт педагогтарға арналған махсус тапшырыуҙар булһын ине һәм улар даими булырға тейеш, ‑ тине сығышында ветеран-уҡытыусы, география фәндәре кандидаты Инбер Япаров.

Заманында республиканың Мәғариф министрлығын етәкләгән Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова шундай ҙур эште башҡарып сығыуҙары өсөн “Салауаттарға – афарин! ” тип, был эштең дауамлы булыуын теләне.

Әйткәндәй, йыйынтыҡтың редколлегияһы уның икенсе өлөшөн әҙерләү ниәте лә булыуы хаҡында әйтте. Район мәктәптәренең тарихын туплап нәшер итеү ҙә бик кәрәкле һәм әһәмиәтле эш булыр ине, тигән фекерҙә улар. Изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, тип теләргә генә ҡала тынғыһыҙ йәнле ветеран-уҡытыусыларға.

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Салауаттар уҡытыусы хеҙмәтен данлап китап сығарған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас