

Башҡортостан уҡыусылары “Минең геройым кем?” Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында ҡатнаша ала. Эштәр 2025 йылдың 30 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Конкурста 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
Унда ҡатнашыу өсөн үҙеңдең геройың тураһында ижади эш яҙырға – уның менән таныштырырға, ҡыҫҡаса биографияһын һөйләргә һәм иншаға график портрет ҡушып ебәрергә кәрәк.
Иң яҡшы эштәр «Дөрөҫ дәфтәрҙәр» тематик серияһы тышлыҡтарына урын аласаҡ.
Еңеүселәр 2026 йылдың мартында Мәскәүҙә Рәсәй Мәғариф министрлығында бүләкләнә.
Тулыраҡ мәғлүмәт - конкурстың сайтында: https://правильныететрадки.рф/