Белем һәм тәрбиә
22 Декабрь 2025, 15:30

Вуз ректорҙары йыйылды

Уларҙы уртаҡ маҡсаттар берләштерә.

Вуз ректорҙары йыйылдыВуз ректорҙары йыйылды
Вуз ректорҙары йыйылды

Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан вуздары ректорҙары советы ултырышы үтте. 2025 йылдағы йомғаҡлау ултырышы йәштәргә спорт тәрбиәһе биреүгә, “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” менән вуздарҙың үҙ-ара бәйләнеше темаһына арналды. Шулай уҡ республиканың вуздары етәкселәре берләшмәһенең символикаһы, 2026-2027 уҡыу йылындағы ҡабул итеү компанияһына әҙерлек һорауҙары тикшерелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдан республика вуздары ректорҙары советының рәйесе итеп Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, профессор Валентин Павлов һайланды. Ултырышты ректорҙар советы рәйесе урынбаҫары, БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов асты, ул юғары белем биреү ойошмаларында студенттар спорты үҫеше перспективалары тураһында һөйләне. “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән вуздарҙың үҙ-ара бәйләнеше тураһында төбәк бүлексәһе етәксеһе Софья Наумчик сығыш яһаны.

Ректорҙар советында ҡатнашыусылар белем биреү системаһы үҫешенең дөйөм маҡсаттарына өлгәшеү өсөн көстө берләштереү, профессиональ берләшмәләрҙе нығытыу, уҡытыу сифатын күтәреү йүнәлешендә эште артабан да дауам итә.

Автор: Гөлназ Рахманғолова.

Фото: campusufa.ru

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас