Белем һәм тәрбиә
16 Ғинуар , 14:15

Юғары белем биреү өлкәһендә Ҡытай менән бәйләнештәр нығый

Өфөнөң юғары уҡыу йорттары-ара кампус резиденты Чанчжоу университеты менән берлектәге институт асты 

Юғары белем биреү өлкәһендә Ҡытай менән бәйләнештәр нығыйЮғары белем биреү өлкәһендә Ҡытай менән бәйләнештәр нығый
Юғары белем биреү өлкәһендә Ҡытай менән бәйләнештәр нығый

Өфө фән һәм технологиялар университеты Чанчжоу университеты менән берлектә Берләшкән Рәсәй-Ҡытай институты ойошторҙо. Ҡытай Халыҡ Республикаһы Мәғариф министрлығының ошо хаҡтағы ыңғай ҡарары 2026 йылдың башында ҡабул ителде.

Берлектәге институт милли стратегияларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм Ҡытай менән Рәсәй араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Әҙерлек программаһы Цзянсу провинцияһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереүгә талаптарына тап килергә тейеш. Рәсәй һәм Ҡытай студенттары ике вуздың алдынғы ғалимдарынан иң яҡшы һәм алдынғы белем алыу мөмкинлегенә эйә.

- Ҡытай Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе булып ҡала, шуға күрә стратегик партнерлыҡты, шул иҫәптән ғилми-мәғариф өлкәһендә лә, киңәйтергә тырышабыҙ. Төбәктең иң ҙур юғары уҡыу йорто – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында берлектәге Рәсәй-Ҡытай институтын асыу – ике илдең үҙ-ара ышаныс, һөҙөмтәле кооперация һәм ғилми эҙләнеүҙәрҙең иң алдынғы йүнәлештәрендә хеҙмәттәшлеккә әҙерлек һөҙөмтәһе булған яңы яҡынайыу этабын аңлата, - тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: campusufa.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас