Белем һәм тәрбиә
21 Января , 14:40

Иретеп-йәбештереү мәктәбе эш башланы

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) “Росатом” дәүләт корпорацияһы өсөн дә, Рәсәйҙең башҡа сәнәғәт предприятиелары өсөн дә атом тармағының юғары стандарттары буйынса иретеп йәбештереү технологиялары өлкәһендә белгестәр әҙерләйәсәк. Киләсәктә ӨДНТУ күрше төбәктәрҙең атом иретеп йәбештереү мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү үҙәге буласаҡ.

Иретеп-йәбештереү мәктәбе эш башланыИретеп-йәбештереү мәктәбе эш башланы
Иретеп-йәбештереү мәктәбе эш башланы

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) “Росатом” дәүләт корпорацияһы өсөн дә, Рәсәйҙең башҡа сәнәғәт предприятиелары өсөн дә атом тармағының юғары стандарттары буйынса иретеп йәбештереү технологиялары өлкәһендә белгестәр әҙерләйәсәк. Киләсәктә ӨДНТУ күрше төбәктәрҙең атом иретеп йәбештереү мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү үҙәге буласаҡ.

 - Был сәнәғәт һәм һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү өсөн мөһим ваҡиға. Квалификациялы белгестәр әҙерләү, бигерәк тә атом тармағының иретеп йәбештереү технологиялары кеүек юғары технологиялы йүнәлештәрҙә, производстволарҙың тотороҡлолоғона һәм конкурентлыҡ һәләтенә туранан-тура йоғонто яһай. Университет базаһында заманса белем биреү майҙансығын булдырыу ил предприятиеларын кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итергә, ә киләсәктә төбәк өсөн генә түгел, күрше субъекттар өсөн дә эшләйәсәк компетенциялар үҙәген булдырырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

 Хәҙерге ваҡытта илдең төрлө төбәктәрендә 14 Атом иретеп йәбештереү мәктәбе эшләй, ӨДНТУ базаһындағы мәктәп ун бишенсе буласаҡ. Был статусты алыу өсөн уҡыу йортоноң үҫешкән матди-техник базаһы һәм юғары квалификациялы уҡытыусылары булырға тейеш. Проект етәксеһе, “Росатомдың корпоратив академияһы”  АНО-һы программаһы директоры Сергей Шабельников һүҙҙәренсә, был ике критерий буйынса ла Өфө нефть университеты еңел үтә. Эксперттар атом иретеп йәбештереү мәктәптәре мастеры сертификатын алған уҡытыусы Рузель Закировтың квалификацияһын айырыуса юғары баһаланы. 2025 йылдың октябрендә “Рәсәй иретеп йәбештереү кубогы Weldex 2025” милли чемпионатында икенсе урын яулаған Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Валерия Ғәләмованы, шулай уҡ башҡа бик күп уңышлы йәш иретеп йәбештереүселәрҙе нәҡ Закиров әҙерләгән дә.

ӨДНТУ ректоры Олег Баулин билдәләүенсә, юғары уҡыу йорто күптән инде иретеп йәбештереү технологиялары йүнәлешен планлы рәүештә үҫтерә. 2018 йылда уҡ университетта Роснефть иретеп йәбештереүселәрҙе әҙерләү һәм аттестациялау үҙәге, 2019 йыл башында “ССК-Звезда” ООО-һы өсөн иретеп йәбештереүселәрҙе әҙерләү буйынса координация үҙәге булдырыла. Ә инде 2019 йылдың 1 сентябрендә “Иретеп йәбештереү һәм контроль ҡорамалдары һәм технологиялары” кафедраһы асыла.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты Росатомдың корпоратив академияһы менән уҡыу-производство ғына түгел, методик үҙәк сифатында ла хеҙмәттәшлек итә. Кафедра уҡытыусылары академия менән берлектә “Техника и технология ручных способов дуговой сварки” дәреслеген әҙерләй, эксперттар уны илдә бөгөнгө көндә иң яҡшы профилле уҡыу баҫмаларының береһе тип таный. Уны төҙөү өҫтөндә төрлө өлкәләрҙән туғыҙ авторҙаш эшләй. Дәреслек баҫылған да инде, ул бөтә ил буйынса киң профилле иретеп йәбештереү технологиялары өлкәһендә белгестәр әҙерләгәндә файҙаланыласаҡ.

БЕЛЕШМӘ:

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/28222/

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас