

25 ғинуар – Рәсәй студенттары көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә “ИҢ ЯҠШЫ СТУДЕНТ” исеме өсөн конкурс иғлан ителде. Унда ҡатнашҡан Нургөл Тайсина Өфө районының Шамонин ауылынан. Ул Шамонин урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған. Нургөл - башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология, химия, физика фәндәренән республика һәм төбәк-ара олимпиадалары еңеүсеһе. Миңлегөл менән Азат Тайсиндарҙың күп балалы, татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән: Наҙгөл апаһы, Ғабдрахман ҡустыһы һәм Гөлнәзирә һеңлеһенә, атаһы менән әсәһенә, яҡындарына ныҡлы терәк, кәңәшсе ул.
Бөгөнгө көндә, ғәзиз атаһы юлын дауам итеп, тырыш ҡыҙ Башҡортостан дәүләт медицина университетының стоматология факультетында 3-сө курста уҡып йөрөй, яҡшы билдәләргә өлгәшә. Киләсәктә үҙ эшен яҡшы белгән табип булып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләү - изге хыялы. Массаж серҙәренә төшөнөп, белемен камиллаштырған. Туғандарын үҙе бешергән төрлө тәмлекәстәр, торттар менән һыйларға, бәйләргә, сигергә ярата.
Уңған, тырыш йәштәребеҙҙең береһе Нургөл Тайсина өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6
Нургөлдө етеп килгән Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлайбыҙ. Уға һәм уның яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, уңыштар теләйбеҙ. Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, Нургөл!
Фотолар: Нургөл Тайсинаның шәхси архивынан.