Белем һәм тәрбиә
26 Ғинуар , 17:50

Афарин, Вилдан!

25 ғинуарҙа билдәләнгән Студенттар көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тигән конкурс иғлан иткәйнек. Ошо бәйгелә баштан уҡ ҙур әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Вилдан Шәмсетдинов еңеү яуланы. Ә бөгөн еңеүсе менән яҡындан таныштырып үтергә теләйбеҙ.

Афарин, Вилдан!Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!

25 ғинуарҙа билдәләнгән Студенттар көнө айҡанлы 14 ғинуарҙа “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тигән конкурс иғлан иткәйнек. Ошо бәйгелә баштан уҡ ҙур әүҙемлек, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Вилдан Шәмсетдинов еңеү яуланы. Конкурс шарттарына ярашлы, тырыш, аҡыллы, уңған егетте “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәтенең Дипломы, эшҡыуар Венера Мәмбәтованан кейтерингка сертификат менән бүләкләйәсәкбеҙ. Ә бөгөн еңеүсе менән яҡындан таныштырып үтергә теләйбеҙ.

Вилдан Шәмсетдинов – Әбйәлил районының Ишбулды ауылы егете. Бәләкәйҙән уҡыуға тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә ул.

– 2023 йылда Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Х класында уҡығанда беҙҙең өсөн университеттың башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты менән танышыу сараһы ойошторҙолар. Шунан һуң уҡытыусыларыма һәм атай-әсәйемә: “Мин ошо факультетта уҡыясаҡмын”, - тип әйттем. Бала саҡтан саф башҡортса һөйләшеп үҫтем, күңелемә халҡымдың тарихы ла, мәҙәниәте лә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте лә бик яҡын, ә бында уларҙы тағы ла тәрәнерәк, төплөрәк өйрәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, – ти Вилдан, ни өсөн тап ошо уҡыу йортон һәм факультетты һайлауы тураһында.

VIII класта, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килгәс, Вилдан Шәмсетдинов бейеү менән шөғөлләнә башлай, гимназияның “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Артабан инде Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға ингәс, бындағы “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә яратҡан шөғөлөн дауам итә.

– Ансамблебеҙ – бик көслө коллектив. Университет ҡына түгел, республика кимәлендәге төрлө сараларға йыш саҡыралар, сөнки беҙ башҡорт бейеүҙәренең матурлығын, рухын һәм дәртен бар тулылығында күрһәтәбеҙ, - ти бейеүсе егет.

Вилдан I курста уҡығанда “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ир-егеттәр составы “Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсында уңышлы сығыш яһап, Гран-при яулай. II курста ошо уҡ конкурста егеттәр менән үҙҙәре бейеү һалып, трио номинацияһында тағы Гран-приға лайыҡ булалар. Ошо уҡ бәйгелә Вилдан үҙен хореограф булараҡ һынап ҡарай һәм ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеге II урын менән билдәләнә.

Артабан “Йәшлек”тең ир-егеттәр составы Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй “Бейеүсе баш ҡала” конкурсында төрлө номинациялар буйынса дүрт еңеү яулап ҡайта. Бынан тыш, Магнитогорск ҡалаһында үткән бейеү конкурсында ла Гран-при тап уларҙыҡы була.

Вилдан Шәмсетдинов Ҡытайҙа ла булып өлгөргән.

– I курстан һуң, август айында башҡорт-ҡытай бүлегендә уҡыған һигеҙ студентты һайлап, Ҡытайҙың Шэньчжэнь ҡалаһында үткән Х Йәштәр форумына ебәрҙеләр. Ошо форумда республикабыҙҙы танытып, башҡорт бейеүҙәрен, милли музыка ҡоралдарыбыҙҙы күрһәтеп ҡайта алыуым менән ғоруланам, - ти рухлы егет.

Тырышып уҡыуҙан, дәртләнеп бейеүҙән тыш Вилдан КВН уйындарында әүҙем ҡатнаша. Был шөғөлгә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған йылдарынан тоғролоҡ һаҡлай.

– Әле лә юморҙы ташламаным, университетта саф башҡортса КВН ойошторола. Унда мин ҡатнашыусы булараҡ та, мөхәррир булараҡ та сығыш яһағаным бар. Быйыл II курста үҙемдең командамды туплауға өлгәштем. Уңышлы сығыш яһаныҡ. Бынан тыш башҡортса стенд-аптарҙа сығыш яһарға яратам, - ти үҙен төрлө яҡлап үҫтергән һәләтле егет.

Беҙ уны беҙҙең конкурста еңеүе менән тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ! Уҡыуыңда ла, тормошоңда гел уңыштар юлдаш булһын һиңә, Вилдан! Һәр саҡ шулай халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы булып йәшәргә яҙһын!

Фотолар В.Шәмсетдиновтың шәхси альбомынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас