

Республика ғалимдары Рәсәйҙең технология йәһәтенән үҙаллылығын тәьмин итеү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе яйға һалыуға тос өлөш индерә. Был эштә уларға алдынғы технологиялар, заманса ҡорамалдар, Башҡортостанда булдырылған киң тармаҡлы фәнни инфраструктура ярҙам итә.
Рәсәй фәне көнөндә ошо турала республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.
– Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты федераль министрлыҡ гранттары иҫәбенә ике ҙур проектты тормошҡа ашыра. Улар “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты маҡсаттарын үтәүгә йүнәлтелгән.
Мегагранттар программаһына ярашлы, унда малсылыҡты генетика технологияларын, ҙур мәғлүмәт анализын файҙаланып үҫтереү өсөн һөҙөмтәле алымдар эшләнә. Биш йылға финанслауҙың дөйөм күләме ярты миллиард һумдан аша.
Ә Генетика технологияларын үҫтереүҙең федераль ғилми-техник программаһы буйынса, институт ҡошсолоҡ өсөн постгеном технологиялары менән шөғөлләнә. Өс йыллыҡ гранттың финанслау күләме – 270 миллион һумдан ашыу.
Шуныһы мөһим – был проекттарҙың индустриаль партнеры бар – “Таврос” компаниялар төркөмө. Был ғилми эшләнмәләрҙе агросәнәғәт комплексының аныҡ мохтажлыҡтарына яҡынайтыу мөмкинлеген бирә.
Тағы бер ҙур тикшеренеү эше менән Башҡортостан дәүләт медицина университеты ғалимдары шөғөлләнә. Улар йөрәктең ишемия ауырыуын диагностикалау өсөн Рәсәйҙә тәүге радиофармацевтика дарыу препаратын эшләй. Бынан тыш, Ватан фармпродукцияларын контролләү маҡсатында дарыу препараттарының стандарт өлгөләрен әҙерләйҙәр.
Ғалимдарыбыҙҙың алғы сафта хеҙмәт итеүе, халыҡ өсөн кәрәкле технологиялар булдырыуы, республиканың фәнни-тикшеренеү ҡеүәтен нығытырға ынтылыуы ҡыуандыра. Барығыҙҙы ла Рәсәй фәне көнө менән ҡотлайым. Яңы асыштар һәм үрҙәр һеҙгә! – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Фотолар: Р. Хәбировтың сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...