Хөкүмәт кәңәшмәһендә йәнә республиканан ситтә уҡыған студенттар яҙмышы тикшерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй вуздарында белем алған республиканан сыҡҡан студенттар менән эшләүҙең мөһимлеген билдәләне. Башлыҡ Башҡортостандан ситтә уҡыған йәштәр өсөн кадрҙар стажировкаһы үҙәген булдырыу буйынса йөкләмә бирҙе. Кәңәшмә барышында уҡ указға ҡул ҡуйҙы.
– Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә раҫланған штат һаны сиктәрендә биш кешенән торған айырым структур подразделение булдырыуҙы күҙ уңында тотоп, үҙәк булдырырға ҡушам. Указға ҡул ҡуйҙым, бөгөндән ошо эште башлағыҙ, – тине ул.
Шулай уҡ республика етәксеһе тулы хоҡуҡлы вәкиллеккә ярҙам итеүҙе һораны, сөнки ул был эштең координаторы булып тора. Радий Хәбиров, әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә – Башҡортостандан ситтә белем алған дүрт студент, ә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа 12 кеше производство практикаһын үтә, тине.
– Үҙәкүҙ эшмәкәрлегесиктәрендәстуденттар һәм беҙҙең предприятиелар араһында үҙ-ара эш итеү, балаларҙың практика һәм стажировка үтеүен ойоштороу һәм оҙатыу, эш йомғаҡтары буйынса һығымталар һәм тейешле тәҡдимдәр әҙерләр тип күҙаллана.Стажировкалар һәм практикалар үткәреү буйынса эште башланыҡ та инде, ә булдырылған үҙәк уны киңәйтергә һәм студенттар менән предприятиелар араһында тура бәйләнеш ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, – тине йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Республиканың кадрҙар стажировкаһы үҙәгендә төбәктән сыҡҡан студенттар иҡтисад, дәүләт органдары, тыуған илендә муниципаль хеҙмәт өлкәһендә стажировка үтә аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.