Рәсәй Фәне көнө айҡанлы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Фән ҡунаҡ залы Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусында йөҙҙән ашыу кешене йыйҙы.
Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланғысы нигеҙендә ойошторолған сара һөнәри диалог һәм ижади идеялар менән алмашыу өсөн майҙансыҡҡа әүерелде.
Осрашыу программаһы ҙур йөкмәткеле ине һәм өс төп блокты үҙ эсенә алды. Фән донъяһына үтеп инеү мәҙәни тамырҙарға мөрәжәғәт итеүҙән – Розалия Солтангәреваның “Башҡорт халыҡ йолалары” китабының исем туйынан – башланды. Артабан “Ғалимдәр өсөн асыҡ микрофон” интерактив сессияһы үткәрелде. Ул һәр ҡатнашыусыға үҙ гипотезаларын һәм ғилми бурыстарҙы нисек күреүен әйтеү мөмкинлеге бирҙе. Сара көнө “Ғилми стенд-ап” менән тамамланды, унда тикшеренеүселәр үҙ эше тураһында һөйләне.
“Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Фән ҡунаҡ бүлмәһе ғалимдәр, студенттар, мәктәп уҡыусылары һәм фән менән ҡыҙыҡһынған бөтә кешеләр бергә йыйылғанда үҙенә башҡа интеллектуаль энергия барлыҡҡа килеүен раҫланы. Ул сара ғына түгел, ә киләсәк асыштар өсөн киңлек тә булып хеҙмәт итә”, – ти “Башҡортостан Республикаһы ғилми-мәғариф үҙәгенең идара итеү компанияһы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры Наталия Латипова.
Автор фотоһы.