Белем һәм тәрбиә
12 Февраль , 13:15

Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ

“Башҡортостан” гәзите үткәргән конкурс бик ҡыҙыҡлы, сәмле булды, күңелле бер мәл булып иҫтә ҡалды”, – ти еңеүселәребеҙ. 

Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡЕңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ

25 ғинуарҙа билдәләнгән Студенттар көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Иң яҡшы студент” тигән конкурс үткәргәйнек. Унда республикабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарынан тырыш, алдынғы, талантлы йәштәр ҡатнашты.

Бөгөн редакцияла ошо конкурста еңеү яулаған Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Вилдан Шәмсетдинов менән Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Нургөл Тайсинаны ҡотлап, уларға “Башҡортостан” гәзите редакцияһының дипломын һәм бүләктәр тапшырҙыҡ. Ә инде өсөнсө урынды яулаған З. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты Мораҙым Байегетовҡа тәғәйен бүләктәр яҡын арала алып барып тапшырыласаҡ.

Вилдан Шәмсетдинов менән Нургөл Тайсина конкурста улар өсөн тауыш биргән яҡындарына, дуҫтарына, үҙҙәре уҡыған факультет етәкселегенә, яҡташтарына һәм ошондай ҡыҙыҡлы сара ойошторған “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективына ҙур рәхмәт белдерҙе.

– Бик ҡыҙыҡлы конкурс булды. Беҙ Нургөл менән аҙаҡҡаса беренсе һәм икенсе урын өсөн көрәштек. Ғөмүмән, бөтә йәштәр ҙә тырыш, талантлы, йәғни еңеүгә лайыҡлы ине.  Ә инде үҙемә килгәндә, баштан уҡ “мотлаҡ еңеүгә ынтыласаҡмын”, тигән маҡсат ҡуйғайным. Минең өсөн тауыш биргән бөтә кешеләргә ҙур рәхмәт! – тине Вилдан.

– Яҡындарыма, дуҫтарыма, бигерәк тә атай-әсәйемә һәм өләсәй-олатайыма рәхмәтлемен. Улар минең еңеүемә ҙур өлөш индерҙе, – тине Нургөл дә.

Вилдан Шәмсетдиновҡа шәхси эшҡыуар Венера Мәмбәтованан кейтерингка сертификат, Нургөл Тайсинаға аҡсалата бүләк тапшырылды. Беҙҙең конкурстарыбыҙҙа даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Венера Мәмбәтоваға айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Ул Өфө ҡалаһында хәләл кейтеринг тәҡдим итә. Меню бер кешегә 600 һумдан башлана. Венера тәҡдим иткән ризыҡтар тәмле булыуы, үҙенсәлекле итеп бирелеүе, экологик йәһәттән таҙа, хәләл ризыҡтарҙан әҙерләнеүе менән айырылып тора. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн телефоны: 8 909 346 30 50, “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә һылтанма: https://vk.ru/veneramambetova

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Еңеүсе студенттарҙы ҡотланыҡ
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас