Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙә беренсе төбәк-ара фәнни-популяр турҙың эшләй башлауы хаҡында хәбәр итте.
«Төбәк-ара ғилми экспресс» тип аталған проект Өфө, Түбәнге Новгород һәм Новосибирск ҡалаларын берләштерә. Маршрут Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән әҙерләнгән һәм мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән.
Сәфәр сиктәрендә уҡыусылар заманса лабораторияларҙа, технопарктарҙа һәм юғары технологиялы заводтарҙа буласаҡ, унда улар оҫталыҡ дәрестәрендә һәм эксперименттарҙа ҡатнаша аласаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфөләге вуз-ара кампус фәнни туризмды йәлеп итеүҙең төп нөктәһенә әүерелә: бөгөн республикала туғыҙ ошондай маршрут эшләй, һәм уларҙың барыһы ла кампус майҙансығынан старт ала. Министрҙар кабинеты етәксеһе белем биреү учреждениеларын йәштәрҙе Рәсәйҙең сәнәғәт потенциалы менән таныштырыу өсөн был мөмкинлектәрҙе әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Белешмә өсөн:
Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.
Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!