

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се гимназияның 8-се “А” Шайморатов класында 26 бала уҡый. Класс етәкселәре – гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Хәниф ҡыҙы Фәйзрахманова.
2022 йылдың 11 октябрендә Өфөләге Совет майҙанында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыу уңайынан Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се гимназияның яңы ойошҡан шайморатовсылар класы ошо тантаналы сараға саҡырыу ала. Бында уларҙы рәсми рәүештә шайморатовсылар сафына ҡабул итәләр. Ә уға тиклем был класс Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-патриотик паркында ойошторолған ярышта ҡатнашып, еңеү яулай.
– Класым бик берҙәм, тырыш. Балалар “шайморатовсы” исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә, сөнки улар – районыбыҙҙағы иң тәүге ошондай кластарҙың береһе. Уҡыусыларым “дүртле” һәм “бишле”гә генә өлгәшергә тырыша. Класыбыҙ менән төрлө музейҙарға, күргәҙмәләргә, сараларға йыш йөрөйбөҙ. Илеш районының, Өфө ҡалаһының байтаҡ музейҙарында булдыҡ, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылындағы иҫтәлекле музейға ла барҙыҡ. Гимназияла һәм районда үткән барлыҡ сараларҙа ла үҙем ҡатнашабыҙ. Йәйге һәм Ҡышҡы шайморатовсылар уйындарында класыбыҙ менән еңеүсе лә, призер ҙа булдыҡ, – тип һөйләне уҡыусылары тураһында Светлана Хәниф ҡыҙы.
Был кластан ике уҡыусы – Сабина Сәлихова Башҡортостан Республикаһының I дәрәжә “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһе, Радим Шәмсетдинов ошо уҡ награданың II дәрәжәһе менән бүләкләнгән.
Үрге Йәркәй гимназияһында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан МХО яугирҙәре менән осрашыуҙар даими үтеп тора. Әлбиттә, бындай сараларҙың уртаһында тап йәш шайморатовсылар йөрөй. Шулай уҡ белем усағында уҡыусылар менән бергәләп махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыу эше яҡшы ойошторолған. Балалар посылкалар туплауҙа ярҙам итә, яугирҙәргә матур эстәлекле хаттар яҙа. Гимназияла йәрминкә ойоштороп, уның барышында йыйылған аҡсаға рация һатып алып ебәргәндәр.
– Әйтеп үтеүемсә, уҡыусыларым Шайморатов исемендәге класта уҡыуы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана, шул уҡ ваҡытта бының ҙур яуаплылыҡ икәнен дә аңлай. Һәр яҡлап та өлгөлө булырға тырышалар, – ти класс етәксеһе Светлана Хәниф ҡыҙы.
Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның 8-се “А” Шайморатов класы уҡыусыларына бар йәһәттән уңыштар, Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫеүҙәрен, тормошта үҙ юлдарын табып, уңышлы кеше булыуҙарын теләйбеҙ.
Фотолар кластың архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!