Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Февраль , 21:10

Еңеүсе Шайморатов класы билдәле!

Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ шайморатовсыларға рәхмәт белдерәбеҙ, һәммәгеҙҙе лә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, ҙур уңыштар теләйбеҙ! Һөҙөмтәләр - сайтта.

Еңеүсе Шайморатов класы билдәле!
Еңеүсе Шайморатов класы билдәле!

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә “Илһөйәрлек – ҡанымда” тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондары мәктәптәре араһынан 14 Шайморатов класы һынау тотто.

Бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, конкурсыбыҙға йомғаҡ яһалды. Иң күп тауыш йыйып, Баймаҡ ҡалаһы күп профилле полилингваль лицей-интернатының 6-сы Шайморатов класы еңеү яуланы! Ҡотлайбыҙ!

Вәғәҙә итеүебеҙсә, 1-се урын яулаған Шайморатов класының мәктәбенә республикабыҙҙың билдәле кешеләре менән барып, осрашыу үткәрәсәкбеҙ, милли баҫманың дипломын, рәхмәт хаттарын, бүләктәр тапшырасаҡбыҙ, белем усағы, уның коллективы, уҡыусылар тураһында гәзиттә ҙур яҙма донъя күрәсәк.

Конкурста Хәйбулла районы Бүребай ауылы мәктәбенең 8-се Шайморатов класы уҡыусылары ла ныҡ әүҙем тауыш йыйҙы. Һөҙөмтәлә улар хаҡында ла “Башҡортостан” гәзитендә ҙур яҙма донъя күрәсәк, класҡа милли баҫмабыҙҙың дипломы тапшырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашҡан барлыҡ Шайморатовсыларға рәхмәт белдерәбеҙ, һәммәгеҙҙе лә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Конкурс һөҙөмтәләре менән ошо һылтанма буйынса инеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll698f44d6b3357c0ebaf6f4fa

Фотолар: Шайморатов кластарының шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.

Еңеүсе Шайморатов класы билдәле!
Еңеүсе Шайморатов класы билдәле!
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас