Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Март , 14:30

Республикала тағы бер полилингваль мәктәп асылды

Асҡарҙар “Хазина”ны көтөп алды. 

Республикала тағы бер полилингваль мәктәп асылды
Республикала тағы бер полилингваль мәктәп асылды

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһе күңелле ваҡиғанан башланды. Республикала 12-се полилингваль мәктәп асылды. Балалар баҡсаһы менән бергә ҡушылған белем биреү учреждениеһы Әбйәлил районының Асҡар ауылында урынлашҡан. Мәктәпте ВКС тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Тантанала уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәһе ҡатнашты.

– Мәктәп ҙур, матур. Ул ҡасабаның ҙур төҙөлөш барған яңы районында урынлашҡан. Мәктәп балалар баҡсаһы менән берләштерелгән һәм Асҡар ауылы өсөн яңы социомәҙәни үҙәк булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙарын теләне һәм Башҡортостандың барлыҡ уҡытыусыларына ватандың ысын патриоттарын тәрбиәләгән һәм эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе. Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев үҙенең сығышында “Хазина” мәктәбен асыуҙы бөтә район өсөн ҙур байрам тип атаны һәм республика Башлығы Радий Хәбировҡа муниципалитетҡа айырым иғтибар биргәне өсөн рәхмәт әйтте.

– Бөгөн беҙҙең районда ҙур байрам. Беҙ “Хазина” тип аталған күптән көтөлгән полилингваль мәктәбебеҙҙе асабыҙ. Ул мәктәп кенә түгел, ә бер ҡыйыҡ аҫтында ҙур мәктәп һәм баҡса урынлашҡан ҙур комплекс. Мәктәпкә — 640, балалар баҡсаһына 160 бала йөрөй, – тине Айрат Әминев. – Радий Фәрит улы, бөгөн махсус хәрби операция барған һәм барыбыҙға ла ауыр булған шарттарҙа ил, республика етәкселегенең социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн бар көсөн һалғанын аңлайбыҙ. Мәктәптәр төҙөлә, ремонтлана, мәғарифҡа аҡса һалып, һеҙ беҙҙең киләсәгебеҙгә аҡса һалаһығыҙ. Бының өсөн рәхмәт.

Мәктәп директоры Вәсилә Абсадиева яңы мәктәпте асыуҙы иң элек уның уҡыусылары өсөн бик мөһим һәм ҙур ваҡиға тип атаны, беҙҙең балалар менән республика ғорурланыр тине.

Фото: скриншот. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас