Өфөләге Советтар Союзы Геройы Наталья Ковшова исемендәге 155-се лицейҙа «Пилотһыҙ системалар» федераль проектына ярашлы дрондар менән эшләү буйынса махсуслашҡан класс уңышлы эшләп килә. Унда уҡыусылар махсус һынау аша һайлап алына. Инженер кластары уҡыусылары квадрокоптерҙар йыйырға, төрлө программаларҙа эшләргә һәм, әлбиттә, осорға өйрәнә.
– Ысын осоштар яһағанға тиклем улар симуляторҙарҙа осорға өйрәнә. Бынан тыш, балалар дрондар йыйырға, 3D-моделләү башҡарырға, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә, уларҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Был – бик мөһим йүнәлеш, йәғни ул – беҙҙең киләсәк, - ти лицейҙың өҫтәмә белем биреү педагогы Сергей Лагутин.
Уҡыусылар идара иткән дрондар спорт залында булдырылған ҡаршылыҡлы трасса буйынса ярайһы уҡ ышаныслы оса, ситкә сығып китеүҙән махсус селтәр һаҡлай. Егеттәр һәм ҡыҙҙар пульт менән ярайһы уҡ оҫта идара итә.
Махсуслашҡан кабинет 2024 йылда асылған һәм заманса техника менән тейешенсә йыһазландырылған. Әлегә бындағы дәрестәр 5-10-сы кластарҙағы инженер кластары өсөн генә үткәрелә. Киләсәктә лицей етәкселеге проектты киңәйтеп, башҡа кластарҙағы уҡыусыларҙы ла йәлеп итергә ниәтләй, сөнки балалар был йүнәлешкә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә.
Бер кемгә лә сер түгел, бындай күнекмәләр хәҙерге заманда ауыл хужалығынан алып йөк ташыуға тиклем үтә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Бөгөн 155-се лицей уҡыусылары идара иткән дрондар спорт залында булдырылған ҡаршылыҡлы трасса буйлап ярайһы уҡ ышаныслы оса, ситкә сығып китеүҙән махсус селтәр һаҡлай. Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың күбеһе пульт менән оҫта идара итә.
Башҡа тиҫтерҙәре виртуаль уйындар менән мауыҡҡан ваҡытта был үҫмерҙәр ысын техника йыя. Ә ул белеүебеҙсә ашата, ярҙам итә һәм ҡотҡара ала. Бөгөн дронды ҡулсалар аша үткәрергә өйрәнгән үҫмерҙәрҙән киләсәктә ысын конструкторҙар һәм инженерҙар үҫеп сығыр әле.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Фотолар: видеояҙманан скриншот.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!