Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Март , 21:15

Джефф Монсон менән инглиз теленә өйрәнеү

Башҡортостан Башлығы янындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында Джефф Монсон менән һөйләш инглиз телен өйрәнеү курстары башлана.

Бер нисә йыл инде беҙҙең менән йәнәш исеме Рәсәйҙән ситтә лә билдәле кеше -  Джефф Монсон йәшәй. Күпселек уны легендар спортсы һәм йәмәғәт эшмәкәре тип белә. Әммә йыш ҡына уның иң элек инглиз телендә һөйләшеүсе, инглиз телле мөхиттә үҫкән кеше икәнен онота.Тап шуға күрә Башҡортостан Башлығы академияһы уникаль уҡытыу форматын -  Джефф Монсон менән һөйләш инглиз телен аса. Был - китап буйынса өйрәнелгән классик дәрестәр түгел, ә ғәмәлдә йәнле аралашыу аша бирелгән ғилем.

Хаҡы биш дәрескә – 3000 һум.

Башҡортостан Башлығы академияһын тамамлаусыларға, ситтән тороп һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу форматындағы студенттарға – 15 процент ташлама.

Дәрестәр һәр кесаҙна 18.30 сәғәттә башлана. Беренсе дәрес - 12 мартта.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт.

Һорауҙар булһа, 89174611803 (Полина Корнейченко) һандарына шылтыратығыҙ. Теркәлеү һылтанма аша: https://forms.yandex.ru/u/69a5784349af4793eca15baa

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас