Салауат ҡалаһында командировкала булғанда ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһында булып, белем усағының һулышы менән таныштыҡ. Уҡыу йорто 1995 йылда асылған. Бөгөнгө көндә унда 785 бала белем ала.
– Гимназистарыбыҙ бар яҡтан да һәләтле, йыр-бейеүгә маһир, фән һәм спорт өлкәһендә лә һынатмай. Улар бейеү, вокал, ҡурай, милли музыка ҡоралдары ансамблдәрендә, волейбол, баскетбол, уҡ атыу секцияларында теләп шөғөлләнә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Гимназиябыҙҙа 2022 йылда Шайморатовсылар кластары булдырылды. Улар ҡала, республика күләмендә уҙғарылған төрлө илһөйәрлек сараларында әүҙем ҡатнаша, ҡышҡы һәм йәйге шайморатовсылар уйындарында ла һынатмай. Етәкселәре Венер Нәғимйән улы Сөләймәнов бик шәп педагог, балаларҙы шул тиклем ярата. Ул ҡаланың Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәне буйынса методик берекмәһе етәксеһе лә булып тора, – ти гимназия директоры Илвира Фәхретдинова.
Илвира Ғилметдин ҡыҙын яңы уҡыу йылы башында гимназияға директор итеп тәғәйенләгәндәр, әммә уның етәксе булараҡ тәжрибәһе бай – бар хеҙмәт юлы Салауат ҡалаһына, мәғариф системаһына бәйле. Ул 1977 йылда Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуып үҫкән ҡыҙҙы ата-әсәһе Салауат ҡалаһы интернатына уҡырға илтә. Артабан Илмира Фәхретдинова Салауат педагогия колледжында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында белем ала. Хеҙмәт юлын Салауат ҡалаһының 23-сө мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып башлай, һуңынан 17-се мәктәптә уҡыта, бер аҙҙан директор урынбаҫары итеп үрләтәләр, ә инде 2017 йылдан директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Былтыр иһә тәжрибәле етәксегә башҡорт гимназияһын ышанып тапшырғандар.
– Гимназияға директор итеп тәғәйенләүҙәре минең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды. Бик яуаплы урын тип уйлап, бер аҙ ҡурҡыу ҙа булды. Үҙем һигеҙ йыл буйы рус мәктәбендә директор булып эшләнем, шуға ла бер аҙ борсолоу ҙа булғандыр. Хәҙер инде коллективҡа өйрәнелде, алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйҙым. Гимназияла уҡытыу һәм тәрбиә яғынан бик юғары кимәлдә эш алып барыла. Иң мөһим маҡсат – уҡыусыларыбыҙҙы республикала ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә ҙур уңыштарға, еңеүҙәргә алып барып еткереү. Башҡорт гимназияһы булғас, бында балалар туған телдә һөйләшергә тейеш. Шуға ла тәнәфестә, ашханала булғанда ла үҙем балалар менән һәр ваҡыт башҡортса һөйләшәм, – ти Илвира Ғилметдин ҡыҙы.
Гимназия заман талаптарына яуап биргән инновацион белем биреү учреждениеһы булып тора. 2022 йылда “Көрәш – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә!” программаһы буйынса көрәш залы асылған. Ҡала күләмендәге көрәш буйынса ярыштар хәҙер бында уҙғарыла. “Ҡыуаныслыһы шул - гимназиябыҙ егеттәре был ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй”, – ти директор.
Белем усағының өсөнсө ҡатында “IТ-КУБ” һанлы белем биреү үҙәге эшләп килә. Бында программалау, виртуаль ысынбарлыҡ нигеҙҙәрен һәм роботтарҙы программалауҙы өйрәнәләр.
Һәр уҡыу йылында гимназия уҡыусылары ҡала, республика, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, конкурстарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
2024/25 уҡыу йылын гимназияның алты уҡыусыһы алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаған. Гимназияның сығарылыш класс уҡыусылары имтихандарҙа ла һынатмаған. Балалар төрлө фәндән юғары балдар йыйыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, Аделина Кинйәбулатова рус теленән БДИ-ны 100 балға тапшырған.
Директор белдереүенсә, гимназияның матди базаһы яҡшы, тәжрибәле һәм көслө уҡытыусылар коллективы тупланған – 45 юғары һәм беренсе категориялы уҡытыусы белем бирә. Бөгөн етәксене бер мәсьәлә борсой – әлеге мәлдә гимназия һыуығыраҡ, йылытыу батареяһына йылылыҡ яҡшы бирелһә лә, бинала һалҡын. Шуға күрә лә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, бинаны тыштан йылытыу мәсьәләһен хәл итергә ине, ти етәксе.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.