Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында сағыу дуҫлыҡ һәм мәҙәни мираҫ байрамы үтте – бында Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Осҡон» асыҡ интеллектуаль уйыны ойошторолдо.
Сара милли йолаларҙы һәм төрлө мәҙәниәттәрҙе ихтирам итеүҙе һаҡларға ынтылыу менән ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы берләштерҙе. Колледж ете халыҡ – башҡорт, татар, рус, сыуаш, удмурт, мари һәм мордва милләттәре вәкилдәре йыйылған сағыу, матур урынға әүерелде. Жюри командаларҙың әҙерлеген, эштең йөкмәткеһен һәм ижади алымды баһаланы. Һәр халыҡтың теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәттең мөһимлегенә айырыуса иғтибар бүленде.
Сараны Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән берлектә ойошторҙо. Улар төбәктең һәм бөтә Рәсәйҙең милли төрлөлөгөнөң әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырышты.
Уйын үҙ эсенә өс этапты алды: «Визит карточкаһы»нда командалар ижади формала үҙ халҡының йолаларын, мәҙәниәтен һәм үҙенсәлектәрен күрһәтте, «Интеллектуаль квиз»да ил тарихын һәм мәҙәниәтен белеү һәләте баһаланды, «Ижади конкурс»та ҡатнашыусылар халыҡтарҙың йолаларын, легендаларын, йыр-бейеүҙәрен сағылдырған сағыу номерҙар әҙерләне.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ойоштороу комитетының иҫтәлекле бүләктәренә һәм «Йөрәктәр моңо», «Йолаларҙың йәнле буяуҙары», «Мәҙәни күпер», «Башҡортостан еренең аҡыл эйәләре», «Халыҡ белемселәре», «Быуындар мираҫы», «Берҙәмлек көсө» номинацияларында дипломдарға лайыҡ булды.
Жюри составына танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Рифат Бикҡолов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы белгесе Гүзәлиә Исхаҡова һәм Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Алмаз Әйүпов инде. Улар сара әҙерлегенең юғары кимәлен һәм интеллектуаль уйын тематикаһының көнүҙәклеген билдәләне. Тәнәфестә «Голос» йыр сәнғәте студияһы, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм йырсы Динә Рәхимова сығыш яһаны. «Осҡон» асыҡ интеллектуаль уйыны ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың йөрәгендә сағыу эҙ ҡалдырҙы.
«Был сара Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлекле мираҫын һаҡлап, йәштәр араһында дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитен булдырыу өлгөһө булып тора», – тип билдәләне Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов.
Белешмә
Йыл һайын Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы Башҡортостан Республикаһы телдәренә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына һәм милли аш-һыуына (башҡорт бауырһағы, рус ҡоймаҡтары, осетин бәлеше һәм пасха куличы) арналған үҙенсәлекле байрамдар: уҙғара.
Өфө ҡалаһындағы колледж командалары ҡатнашлығында I «Осҡон» асыҡ интеллектуаль уйыны 2024 йылдың февралендә уҙғайны. II Асыҡ интеллектуаль уйын 2025 йылда ике этапта үтте: ситтән тороп ҡатнашыу форматында Башҡортостан Республикаһы колледждарынан 9 команда ҡатнашты. Финалға Мәсәғүт педагогия колледжы, Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы, Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы, Башҡортостан кооператив техникумы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы командалары сыҡты.
Сығанаҡ һәм фотолар: Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының матбуғат хеҙмәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!