Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Март , 22:15

“Яҡын уйынсығым” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Унда бойондороҡһоҙ авторҙар йәки ижади коллективтар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 14 йәштән алып. Ғаризалар сайтта ҡабул ителә: https://znanierussia.ru/igrushka .

“Яҡын уйынсығым” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
“Яҡын уйынсығым” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Унда бойондороҡһоҙ авторҙар йәки ижади коллективтар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 14 йәштән алып. Ғаризалар сайтта ҡабул ителә: https://znanierussia.ru/igrushka .

Бөтә Рәсәй “Яҡын уйынсығым” (Родная игрушка) конкурсының икенсе миҙгеле башланды ла. Ул мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн уйынсыҡтар һәм уйындар эшләүгә арналған. Башҡортостан халҡы ла үҙҙәренең ижади проекттарын тәҡдим итә ала. Еңеүселәрҙе үҙенсәлекле перспективалар көтә. Улар араһында: “Родная игрушка” билдәһен ҡулланыу хоҡуғы, Мәскәүҙә “Рәсәй” Милли үҙәгендә уйындар һәм уйынсыҡтар күргәҙмәһендә ҡатнашыу, киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу һәм проектты баҙарҙа үҫтереү.

Икенсе миҙгелдең төп яңылығы булып конкурстың яңы структураһы тора. Уны продукттың әҙерлегенең төрлө стадияларына тап килгән номинацияларға бүләләр:


*“Уйындар һәм уйынсыҡтар идея8ы” - әлегә әҙер өлгөһө булмаған концепция, эскиз һәм һүрәтләүҙәр авторҙары өсөн;

*"Уйын һәм уйынсыҡ прототипбы" - производствоға индерер алдынан эшкәртеүҙе талап иткән тәүге моделдәр өсөн;

*"Әҙер продукция" - баҙарҙа тәҡдим ителгән уйынсыҡтар өсөн.

Ғаризалар биреү ваҡыты номинацияға ҡарап айырыла: “Уйындар йәки уйынсыҡтар идеяһы” номинацияһы өсөн ғаризаны 2026 йылдың 5 июненә тиклем бирергә мөмкин. “Уйын йәки уйынсыҡ прототибы” һәм “Әҙер продукция” номинациялары өсөн – 14 авгусҡа тиклем.

“Яҡын уйынсығым”дың икенсе миҙгелендә бөтәһе 45-кә тиклем проектҡа - һәр номинацияла 15-кә тиклем еңеүсегә ярҙам итеү планлаштырыла. Конкурстың тематикаһы элеккесә ҡала, әммә Президент иғлан иткән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында профилле йүнәлеш барлыҡҡа килә.
- Беҙҙең эш һөҙөмтәһе булып мәктәпкәсә белем биреү системаһы өсөн яңы уйындар һәм уйынсыҡтар булдырыу ғына түгел, киләсәктә бөтә балалар баҡсаларын ошо уйындар һәм уйынсыҡтар менән йыһазландырыу ҙа торорға тейеш, – тип һөйләне конкурсты ойоштороу комитеты рәйесе Елена Ямпольская.

“Белем” йәмғиәтенең генераль директоры Максим Древаль беренсе миҙгел һөҙөмтәләре тураһында иҫкә төшөрҙө.

 -2025 йыл аҙағында “Родная игрушка” проекты еңеүселәренең тәүге ете уйыны һәм уйынсығы етештерелә. Уларҙың тиражы 162 мең дана, шул уҡ ваҡытта 27 мең уйын һәм уйынсыҡ һатылған. Бынан тыш, айырым номинацияла еңеүсе мультимедиа проекттарының тәүге сериялары баҫылып сыҡты. Уларҙы онлайн-майҙансыҡтарҙа 812 мең кеше ҡараған да инде, - тип һөйләне Максим Древаль.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Яҡын уйынсығым” конкурсын Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Белем” йәмғиәте һәм Беренселәр хәрәкәте үткәрә.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас