Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Март , 20:05

“Һомғоллоҡ бактерияһын” табыуға тест-система эшләп сығарғандар

Ул кеше метаболизмы һаулығының төп маркеры булып тора. Akkermansia muciniphila сәләмәт кешенең эсәгендә йәшәй һәм бөтә микробиотаның 1-4 процентын тәшкил итә.

“Һомғоллоҡ бактерияһын” табыуға тест-система эшләп сығарғандар
“Һомғоллоҡ бактерияһын” табыуға тест-система эшләп сығарғандар

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостан дәүләт медицина университетының кеше микробиомы лабораторияһы ғалимдары Өфө вуз-ара студенттар кампусында кеше организмында Akkermansia muciniphila бактерияһының күләмен тиҙ, аныҡ һәм минималь финанс сығымдары менән билдәләргә мөмкинлек биргән инновацион ватан тест-системаһын уйлап тапҡан. Был микрокультура рәсми булмаған рәүештә “һомғоллоҡ бактерияһы” тип атала, ул кеше метаболизмы һаулығының төп маркеры булып тора. Akkermansia muciniphila сәләмәт кешенең эсәгендә йәшәй һәм бөтә микробиотаның 1-4 процентын тәшкил итә. Был бактерияның етешмәүе туранан-тура һимереүгә, 2-се типтағы шәкәр диабетына һәм эсәктең елһенеүенә килтерә, ә артыҡ булыуы онкология ауырыуҙары үҫешенә килтереүе ихтимал.

Күптән түгел генә был бактерия төрөн клиник өлгөләрҙә аныҡ һан менән билдәләү ғалимдар өсөн ҡатмарлы мәсьәлә булып торған. Элек Akkermansia, ҡәтғи анаэроб булараҡ, идентификация өсөн бик ҡатмарлы була. Берҙән-бер ышаныслы ысул булып тулы геномлы секвенирлау һанала, был оҙайлы һәм ҡиммәтле процесс була. Көндәлек диагностика өсөн был маҡсатҡа ярашлы ла булмай. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ ғалимдары командаһы ҙур һәм кәрәкле эш башҡарҙы.

Полимераз сылбырлы реакция нигеҙендәге яңы тест-система коронавирусҡа тест үткәреүгә оҡшаш принцип буйынса эшләй, әммә быныһы аныҡ бактерияны асыҡлауға йүнәлтелгән. Был сифат, шулай уҡ һан анализын да үткәрергә мөмкинлек бирә. БДМУ-ның тест-системаһы секвенирлауҙан күпкә осһоҙ, шуға күрә микробиотаның торошон клиникалар һәм ғилми үҙәктәр ҙә күҙәтә ала.  

Тикшеренеүҙәргә “Приоритет-2030” программаһы булышлыҡ иткән. Финанслау арҡаһында лабораторияға һиҙгер культуралар менән эшләргә мөмкинлек биргән заманса анаэроб ҡорамалдар һатып алынған. “Беҙ бактерия ғына тапманыҡ, ә был асышты ҡайҙа ҡулланырға кәрәклеген дә белдек. Тест-система табиптарға социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙың тотош спектрын иҫкәртеү өсөн микробиома менән идара итергә ярҙам итәсәк”, ти БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Университет ғалимдары медицина диагностикаһы өлкәһендә импортты алмаштырыуға һәм кеше микробиотаһы менән идара итеү аша дауалауға яңы алымдар булдырыуға аҙым яһай.

 Белешмә

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://campusufa.ru/news/1717

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!        

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас