Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Март , 10:00

Берҙәмлектең меңәрләгән саҡрымы – яңы сәфәр тамамланды

Салауат ҡалаһы хакимиәте махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарына гуманитар йөк алып барҙы.

– Тағы бер оҙон юл артта ҡалғанда, алыҫлыҡтың километрҙар менән түгел, ә беҙҙең хәстәрлек һәм рәхмәт кимәле менән үлсәнә икәнен аңлайһың. Башҡортостан Республикаһы буйынса “Синдикат” гуманитар операциялар үҙәгенең Конвой-Z-Салауат мобиль төркөмө һәм хакимиәттәге коллегаларыбыҙ сираттағы сәфәренән ҡайтты. Уның төп маҡсаты тормошҡа ашырылды – гуманитар адреслы ярҙам алып барылды. Был – яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр алып барыу ғына түгел, ә өйҙә уларҙы көтөүҙәре, хәтерләүҙәре һәм уларға ышаныуҙары тураһында иҫтәренә төшөрөү ҙә, – тип белдерҙе Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин.

Гуманитар йөк, һәр ваҡыттағыса, алғы һыҙыҡта талап ителгән әйберҙәр һәм подразделениеларҙың үтенестәренән сығып тупланған.

Йәғни салауаттар Ватанды һаҡлаусыларға иң кәрәкле әйберҙәрҙе тапшырғындар: ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыусы һәм бурыстарҙы оператив башҡарырға мөмкинлек биргән транспорт һәм транспорт саралары;  ышаныслы эшләү һәм позицияларҙы төҙөкләндереү өсөн нигеҙ булған элемтә саралары, инструмент һәм төҙөлөш материалдары; хәүефһеҙлекте һәм һаулыҡты тәьмин иткән махсус ҡорамалдар һәм медицина тауарҙары; теләһә ниндәй һауа шарттарында уңайлыҡты тәьмин иткән йылы әйберҙәр һәм оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек; адреслы посылкалар – йөҙҙәрсә километрҙа ятҡан яҡындарҙан килтерелгән йөрәк һәм өй йылыһы.

– Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был рейс берҙәм эш һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды. Хеҙмәттәштәребеҙгә, “Синдикат” гуманитар операциялар үҙәгенә, ирекмәндәргә, “Көмөш ирекмәндәргә”, предприятие һәм бизнес вәкилдәренә, ҡалабыҙҙың бөтә битараф булмаған халҡына ҙур рәхмәт. Тап ошондай дөйөм тырышлыҡ менән беҙҙең дөйөм Еңеү яулана ла инде. Беҙ яҡташтарыбыҙ, уларҙың сыҙамлығы һәм батырлығы менән ғорурланабыҙ. Яугирҙәр бөтәһенә лә ҙур сәләм еткерҙе һәм бындай тыл булғанда, Еңеү беҙҙә буласаҡ” тип белдерә, – тине Марат Заһиҙуллин.

Фото: Марат Заһиҙуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Берҙәмлектең меңәрләгән саҡрымы – яңы сәфәр тамамланды
Берҙәмлектең меңәрләгән саҡрымы – яңы сәфәр тамамланды
Берҙәмлектең меңәрләгән саҡрымы – яңы сәфәр тамамланды
Берҙәмлектең меңәрләгән саҡрымы – яңы сәфәр тамамланды
Берҙәмлектең меңәрләгән саҡрымы – яңы сәфәр тамамланды
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас