Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тантаналар залында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы”, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы”, “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы” конкурсының төбәк этабы бәйгеләренә йомғаҡ яһалды.
Быйыл 31-се тапҡыр үткәрелгән төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 41 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында сит өлкәләрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине.
Бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле бәйгенең бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Өфө ҡалаһындағы Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Миңнәхмәт ҡыҙы Хәсәнова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2026" исеменә лайыҡ булды. Икенсе урында – Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Кинйәбаева, өсөнсөлә Яңауыл ҡалаһындағы И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназиянан Альбина Мөхәмәтшина билдәләнде. Баш ҡаланың 127-се мәктәбенән Фәнүзә Киленбаева менән 42-се лицейҙан Әлфинә Ғәбиҙуллина лауреаттар булып танылды.
36-сы тапҡыр үткәрелгән “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2026” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Өфө ҡалаһындағы 93-сө лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ангелина Дмитриевна Степанова яуланы. Благовещен ҡалаһындағы М.А. Киняшов исемендәге 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы – икенсе, баш ҡаланың 29-сы белем биреү үҙәгенең математика уҡытыусыһы Данил Бобров өсөнсө урында билдәләнде.
Башҡа конкурстар буйынса төп еңеүселәр:
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” – Өфө ҡалаһындағы 251-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алһыу Ришат ҡыҙы Селезнова;
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” – Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Илдус ҡыҙы Шәрипова;
“Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы” конкурсының төбәк этабы еңеүсеһе – Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернаты педагогы Ирина Владимировна Курманаева.
Шулай уҡ был көндә иң яҡшы туған тел уҡытыусылары ла айырым билдәләнде. Конкурста башҡорт, татар, мари, сыуаш телдәре уҡытыусылары ҙур ихласлыҡ күрһәтеп ҡатнашты. Дүртөйлө районы Сарлаҡ ауылы мәктәбенең мари теле уҡытыусыһы Татьяна Григорьевна Аптулаева еңеүсе булып танылды. Был төркөмдә ҡатнашҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһынан Өфө ҡалаһындағы 24-се мәктәп мөғәллимәһе Гөлшат Радик ҡыҙы Вәлиуллина икенсе урында билдәләнде.
Йылдағыса республика мәктәптәре командалары араһында үткәрелгән “Кәрәҙҙәр” конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән ҡыҙыҡлы ярышта Өфө районы уҡытыусылары еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ финалға сығыусылар араһында Өфө ҡалаһы, Ҡариҙел, Белорет (межгорье ҡалаһы), Дыуан райондары командалары бар ине.
Еңеүселәр һәм конкурста ҡатнашҡан, үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан уҡытыусылар хөрмәтенә йыр-моңдар яңғыраны, абруйлы баһалама ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар ихлас теләктәрен еткерҙе. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған бәйгеселәргә дипломдар, аҡсалата бүләктәр, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетының, уҡыу йорттарының Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәре тапшырылды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!