

Башҡортостан Башлығы академияһында төбәктең әйҙәүсе вуздарының студенттары араһында эссе конкурсының һөҙөмтәләре барланды. Тантаналы сараны ғинуар айында старт алған проект тамамланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 ғинуарҙа Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҙур залында студенттар Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы делегацияһы менән менән осрашты. Дискуссия барышында унда ҡатнашыусылар туризм инфраструктураһы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен, туризмды һанлаштырыу трендтары һорауҙарын ҡараны, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам саралары тураһында һөйләнелде. Осрашыу һөҙөмтәһе буйынса студенттарға төбәктә туризм һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса үҙҙәренең идеялары менән эссе яҙырға тәдим ителде.
25 мартта академияла еңеүселәрҙең исеме билдәләнде. Өс иң яҡшы эштең авторҙары Дәүләт Думаһында ике аҙналыҡ йәйге стажировка үтеү мөмкинлеге алды.
Тағы ла эштәре юғары баһаланған ете кеше 7-8 апрелдә Дәүләт Думаһына экскурсияға саҡырылды.
Тантанала Башҡортостан Башлығы академияһының ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов сығыш яһаны. Ул конкурстың ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне.
-Бындай конкурс белем биреү процессы өсөн мөһим, ул студенттарҙы ҡыҙыҡтыра. Шул уҡ ваҡытта студентлыҡ осоронда стажировкалар һөнәрселек даирәһен киңәйтергә мөмкинлек бирә. Эссе конкурсында ҡатнашыу ҙур булмаһа ла, алға аҙым. Еңеүселәргә ул стражировкалар ишеген асты. Шул уҡ ваҡытта стажировка үҙеңде күрһәтеүгә мөмкинлек бирә. Һәр аҙым яңы офоҡтар аса , - тип тәбрикләне Азат Бадранов еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы. Шул уҡ ваҡытта ул бындай сараның һуңғыһы булмауын да әйтеп үтте.
-Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең алға ошондай бурыс ҡуя – уҡығандарға ғына түгел, ә ижад итә белгәндәргә лә ярҙам итеү. Был йәһәттән талантлы йәштәр менән беҙ системалы эш булдырғанбыҙ. – тине ул.
Ҡатнашыусылар эссены төрлө темаларға яҙҙы. 22 эштән иң яҡшы 10-ды һайлап алдылар.
Стажировка еңеүселәре итеп өс студенттың эше һайланды: академияның юридик факультетынан Зарина Заларетдинова, “Политология” йүнәлеше студенты Гөлназ Харрасова, психология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенән Валерия Чернышева.
-Яҡынса фараздар буйынса һүҙ ике аҙналыҡ стажировка тураһында бара. Әгәр һеҙ бер-берегеҙгә оҡшаһағыҙ, Дәүләт Думаһына һайлауҙар сиктәрендә, һеҙҙе проект эшенә алырға әҙербеҙ, - тине Азат Бадранов.
Сығанаҡ: “Молодежная газета” сайты.