Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Март , 18:30

“Техно ГТО” тапшырыусылар байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә була ала

Мәҫәлән, нормативтарҙы уңышлы үтәгән уҡыусыларға университетҡа уҡырға ингәндә 10-ға тиклем өҫтәмә балл бирелеүе ихтимал. 

“Техно ГТО” тапшырыусылар байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә була ала
“Техно ГТО” тапшырыусылар байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә була ала

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты «Өң» («Берлога») киберфизик инновациялар оҫтаханаһы «Техно ГТО» Бөтә Рәсәй проекты нормативтарын тапшырыу өсөн рәсми майҙансыҡ статусына эйә булды. Хәҙер уҡыусылар һәм студенттар оҫтаханала һынауҙың төп этабын үтеп, ГТО билдәһенә эйә була ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы төҙөлә.

- “Техно ГТО” – 7-11-се класс уҡыусыларының, шулай уҡ колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының техник белемен һәм оҫталығын тикшереүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй проекты. Инициатива техник ижадты популярлаштырыуға, технологиялар һәм инновациялар өлкәһендә һәләтле йәш белгестәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Нормативтарҙы тапшырыу процесы ике этаптан тора:

- Онлайн-этап: ҡатнашыусы платформала теркәлә һәм кәмендә 5 нормативты дистанциялы алымда үтәй.

- Төп этап: ҡатнашыусы «Өң» майҙансығына килә һәм кәмендә 2 норматив тапшыра.

Нормативтарҙы уңышлы үтәү ҡатнашыусылар алдында яңы белем биреү һәм карьера мөмкинлектәрен аса:

- “Техно ГТО”-ның алтын билдәһе университетҡа уҡырға ингәндә 10-ға тиклем өҫтәмә балл алыу хоҡуғы бирә;

- Милли технологик олимпиаданың һайлап алыу этабы өсөн өҫтәмә балдар;

- «Талант НТО» конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге;

- Проект партнерҙарынан башҡа өҫтөнлөктәр.

“Техно ГТО” нормативтарын тапшырыу өсөн проекттың рәсми платформаһында теркәлергә мөмкин.

Уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы техник һәләттәрен камиллаштырыу һәм юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөктәр алыу мөмкинлеге менән файҙаланырға саҡырабыҙ.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!     

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас