Белем һәм тәрбиә
1 Апрель , 10:15

Аҡмулла университетының проекты грантҡа лайыҡ булды

Патриотик проект 2026 йылдың авгусынан ноябренә тиклем өс этапта тормошҡа ашырыла. 

Аҡмулла университетының проекты грантҡа лайыҡ булдыАҡмулла университетының проекты грантҡа лайыҡ булды
Аҡмулла университетының проекты грантҡа лайыҡ булды

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Рәсәй Мәғариф министрлығының балалар һәм йәштәр ҡатнашлығында патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә Бөтә Рәсәй, округ һәм төбәк-ара саралар уҙғарыуға конкурсында еңеүсе булды. Балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү дәүләт сәйәсәтенең стратегик өҫтөнлөгө булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.

Уҡыу йортоноң «Позывной «Яугир» төбәк-ара асыҡ мәғариф марафонын үткәреү буйынса проекты 4 миллион 678 мең һум күләмендә ярҙам алды.

– Проект хәрби әҙерлек һәм Тыуған илде һаҡлау, йәшәйеш именлеге өлкәһендә теоретик һәм практик белемде арттырыуға, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарынан йәштәр араһында патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә тәжрибә алмашыу өсөн төбәк-ара аралашыу майҙансығын булдырыуға йүнәлтелгән, – тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.

Патриотик проект 2026 йылдың авгусынан ноябренә тиклем өс этапта тормошҡа ашырыла. Беренсе этапта заманса 10 видеодәрестән торған цикл эшләнәсәк. Проекттың икенсе этабы – өйрәнелгән темалар буйынса төбәк-ара онлайн-олимпиада. Уның һөҙөмтәләре буйынса проект эксперттары араһынан компетентлы жюри 150 еңеүсене һәм призерҙы билдәләйәсәк, улар төп форумға саҡырыласаҡ. Өсөнсө этапта «Позывной «Яугир» төбәк-ара асыҡ белем биреү слеты уҙғарыла. Ул өс көн дауамында Аҡмулла университеты майҙансыҡтарында үтәсәк.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас