Белем һәм тәрбиә
1 Апрель , 15:15

Олимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланы

Олимпиаданың төп маҡсаты – уҡыусыларҙы тау сәнәғәте тармағы менән ҡыҙыҡһындырыу, буласаҡ инженерҙар тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү, башҡорт телен һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү, шулай уҡ уҡыусыларҙың интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү, фәнде популярлаштырыу һәм һөнәр һайлауға ярҙам итеү.

Олимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланыОлимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланы
Олимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланы

Әбйәлил районында икенсе йыл рәттән уҙғарылған “Ғилем” олимпиадаһы быйыл да иң һәләтле балаларҙы үҙенә тупланы.

Олимпиаданың төп маҡсаты – уҡыусыларҙы тау сәнәғәте тармағы менән ҡыҙыҡһындырыу, буласаҡ инженерҙар тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү, башҡорт телен һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү, шулай уҡ уҡыусыларҙың интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү, фәнде популярлаштырыу һәм һөнәр һайлауға ярҙам итеү.

Башҡорт теле, химия, физика һәм математика фәндәре буйынса райондың 21 мәктәбенән VII – X класс уҡыусылары араһында бөтәһе 2208 бала үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. 315 уҡыусы һайлап алыу турын лайыҡлы үткән. Улар районда күптән түгел үҙ ишектәрен асҡан Асҡар ауылы полилингваль мәктәбенә финал турына йыйылды.

Уҡыусылар олимпиадаға яҡшы кәйефтә килгәндәр, һәр уҡыусыға ойоштороусыларҙан бүләккә биштәрҙәр тапшырылды.

Автор фотолары.

Олимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланы
Олимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланы
Олимпиада иң һәләтлеләрҙе тупланы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас