Белем һәм тәрбиә
2 Апрель , 08:15

Белем тауына тырыштар ғына менә

Ике йыл рәттән ойошторолған “Ғилем” олимпиадаһы тулыһынса тиерлек “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәевтең ярҙамы менән үтә.

Белем тауына тырыштар ғына менәБелем тауына тырыштар ғына менә
Белем тауына тырыштар ғына менә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Асҡарҙа "Ғилем" олимпиадаһы үтә. Һәр матур башланғыс башында сараны ойоштороусылар, уға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәрҙең булыуы кәрәк. Был тәңгәлдә әбйәлилдәргә көнләшергә генә ҡала. Ике йыл рәттән ойошторолған “Ғилем” олимпиадаһы тулыһынса тиерлек “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәевтең ярҙамы менән үтә. Йәмғиәт етәкселеге олимпиадала ҡатнашҡан һәр уҡыусыға биштәр бүләк итә, еңеүселәр өсөн хәтәр шәп бүләктәр әҙерләй.

 “НефтеПолис” инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды, Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте олимпиаданы ойоштороусылар булып сығыш яһаны. Улар әйтеүенсә, быйыл олимпиадала ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан. Тимәк, уҡыусылар араһында үҙ көсөн һынап ҡарарға, еңеүгә өлгәшергә теләүселәр күп. Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар араһында теүәл фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы күҙәтелә. Был иһә күптәрҙең техник йүнәлешле һөнәр һайлауына, атап әйткәндә, тау сәнәғәте, медицина, робот техникаһы өлкәһендә белгестәр булыуына ҡыҙыҡһыныу уята.

Һайлап алыу туры онлайн тәртибендә башҡарылды, олимпиаданың финал туры иһә ике көн дауамында барҙы. Тәүге көндә  балаларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев, “НефтеПолис” инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Йәһүҙин тәбрикләне.

—Беҙҙең компания үҫеп килгән быуынға һәр саҡ ярҙам күрһәтә. Балалар – беҙҙең предприятиеның киләсәге. Тап шуға ла олимпиадала техник фәндәргә һәм, әлбиттә, туған телгә айырым иғтибар бирелгән. Олимпиада Әбйәлил районы уҡыусыларына киләсәктә инженер һөнәрен һайлауға стимул бирәсәк, бындай белгестәр беҙҙең предприятиеға кәрәк, тип иҫәпләйем. Киләсәктә “Ғилем”де уҙғарыуыбыҙҙы дауам итербеҙ, тип ышанам”, – тине “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев.

Район хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы, тәүге турҙы уңышлы үтеп, еңергә ынтылыш менән килгән ҡыҙ һәм егеттәргә тормошта һәр саҡ еңеүсе булырға саҡырҙы.

—Бөгөн үк барығыҙ ҙа еңеүселәр, сөнки “Ғилем” олимпиадаһында ҡатнашаһығыҙ. Олимпиада – ул белемде тикшереү генә түгел, ул һеҙҙе ҙур тормошҡа илтәсәк юлығыҙға старт. Арағыҙҙан берәүҙәр – инженер, икенселәр уҡытыусы йәки юғары квалификациялы эшсе булырға теләп. Иң мөһиме – үҙегеҙҙе эҙләргә, ҡыйыу маҡсаттар ҡуйырға ҡурҡмағыҙ. Партнёрҙарыбыҙға, “Салауат”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә рәхмәт. Улар беҙҙең мәғариф бүлеге менән бергә ҙур эш башҡара, һеҙгә республика лидерҙары булып үҫергә ярҙам итә”, – тине Айрат Әминев.

“НефтеПолис” инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Йәһүҙин, олимпиадала ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, уларға уңыштар, сәм һәм оло еңеүҙәр теләне.

Ойоштороусыларҙың сығыштарынан һуң, көсөргәнеш һәм сәм талап иткән ярыш алдынан уҡыусыларға күтәренке кәйеф теләп, Таһир Күсимов исемендәге гимназияның “Талисман” вокаль студияһында шөғөлләнгән балалар (етәксеһе – Фәнилә Ноғаманова) сығыш яһаны.

Артабан уҡыусылар үҙҙәре һайлаған предмет буйынса һынау тотто, һорауҙарға яуап эҙләне, үҙ белемдәрен тикшереп ҡараны.

Автор фотолары.

Белем тауына тырыштар ғына менә
Белем тауына тырыштар ғына менә
Белем тауына тырыштар ғына менә
Белем тауына тырыштар ғына менә
Белем тауына тырыштар ғына менә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас