Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель , 18:20

Башҡортостан йәнә лидерҙар рәтендә

Гранттар конкурсында илдә алдынғыбыҙ

Башҡортостан йәнә лидерҙар рәтендә
Башҡортостан йәнә лидерҙар рәтендә

Тәүгеләр хәрәкәте грант конкурсының һөҙөмтәләре асыҡланды. Конкурс еңеүселәре итеп Рәсәй Федерацияһының 76 төбәгенән 496 ҡатнашыусы билдәләнде. Барлығы был конкурсҡа Рәсәйҙең 89 төбәгенән 5307 ғариза ҡабул ителде. Финанслауҙың дөйөм күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итте.  

 –Тәүгеләр хәрәкәте грант конкурсы - “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы йәш быуынды үҫтереү өсөн иң яҡшы башланғыстарға ярҙам итеүгә яҡшы мөмкинлек. Быйыл 76 төбәктән 496 ғариза конкурс еңеүселәре исеменә лайыҡ булды. Йыл аҙағына тиклем грант проекты саралары 1 миллиондан ашыу ҡатнашыусыны үҙенә йәлеп итәсәк, - тине Тәүгеләр хәрәкәте идаралығы рәйесе Артур Орлов.

Башҡортостан йәнә “Тәүгеләр гранты” конкурсында еңеүселәр һаны буйынса илдә алдынғылыҡты яуланы. Һайлау һөҙөмтәһендә Башҡортостандан 48 ғариза грант ярҙамына лайыҡ булды. Бирелгән ғаризалар һаны буйынса ла төбәк беренсе урынға сыҡты.

-Тәүгеләр хәрәкәте грант конкурсы мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу, учреждениеларҙы үҫтереүгә өҫтәмә ресурстар йәлеп итеү өсөн ҙур платформа булып хеҙмәт итә. Башҡортостандың был конкурстағы ҡаҙанышы беҙҙең белем биреү һәм социаль ойошмаларҙың юғары потенциалын раҫлай, – тине Тәүгеләр хәрәкәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе советы рәйесе Илнур Юлдыбаев.

Ағымдағы йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан тарафынан йәлеп ителгән аҡса 86 751 426 һум тәшкил итә. Был иһә былтырғы менән сағыштырғанда 33 миллион һумға күберәк. Отҡан гранттар һаны буйынса лидерҙар – Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Мәсетле, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондары.

-Беҙҙең проект “Техно-осош” тип аталды. Был - Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 14 - 18 йәштәге дүрт мең мәктәп уҡыусыһы һәм колледж студенты өсөн республика инженер фестивале. Йәштәр дистанциялы һайлау үтә: Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса проекттар, эссе, тест эшләй. Иң яҡшы 600 ҡатнашыусы Өфөгә Гранд-хакатондарға эләгә. Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе нигеҙендә ысын дрондар программаларға, йыйырға тейештәр, - ти Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, 2026 йылдың грант конкурсы еңеүсеһе Нурислам Мөхәмәтуллин.

Грант конкурсының яңы миҙгелендә ҡатнашыусыларҙың проекттарын эксперт советы баһаланы. Унда педагогтар, проректорҙар һәм декандар, кафедра доценттары, фән кандидаттары, телевидение һәм радио алып барыусылары, өҫтәмә белем биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре, вожатыйҙар, остаздар һәм башҡалар инде. Эксперттар бер нисә критерий буйынса иң яҡшы тәҡдим ителгән темаларҙы һайлап алды. Конкурста мәктәптәр, колледждар, балалар баҡсалары, йәштәр һәм балалар йәмғиәте берекмәләре, балалар ижады йорттары, театрҙар, китапханалар, юғары уҡыу йорттары, шулай уҡ башҡа юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты. 2026 йылда айырым иғтибар Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге темаһын яҡтыртҡан проекттарға бирелде.

Тәүгеләр хәрәкәте грант конкурсы йәштәрҙең социаль яҡтан мөһим проекттарға идеяларын тормошҡа ашырыуға ярҙам итеүҙе дауам итәсәк. Грант конкурсы тормошҡа ашырылған ваҡыт эсендә Тәүгеләр хәрәкәте бик күп йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итте. Мәҫәлән, 2025 йылда Өфөнән команда “Тәүгеләр: уйнайбыҙ, проектлайбыҙ” еңеүсе проекты барышында социаль проектлау оҫталығын үҫтереүгә йүнәлтелгән өҫтәл уйынын эшләп, уңышлы тормошҡа ашырҙы, үҙенә 5 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын, студенттарҙы, педагогтарҙы йәлеп итте.

“Тәүгеләр хәрәкәте” фотоһы.

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас