Белем һәм тәрбиә
4 Апрель , 05:10

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр

Олимпиадала башҡорт теле буйынса ла иң яҡшы уҡыусылар билдәләнде.

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәрТелһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр
Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр

Олимпиаданың еңеүселәрен билдәләү сараһын уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был юлы ла сарала ҡатнашыусыларҙы Асҡар ауылы полилингваль мәктәбе коллективы ихлас ҡаршыланы. Бүләкләү тантанаһында бары тик еңеүсе уҡыусылар саҡырылды. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ балҡый, уҡытыусылар уҡыусылары өсөн һөйөнә, ата-әсәләр балаларының уңышын күреп ҡыуанды.

Хәмит урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илһөйәр Абдуллина әйтеүенсә, уның уҡыусылары тәүге тапҡыр ғына “Ғилем”дә ҡатнашмай.

 — Икенсе йыл рәттән “Ғилем”дә ҡатнашабыҙ. Былтыр ике уҡыусым Яҙгөл Абдуллина менән Гөлсиә Мөхәмәҙиева беренсе һәм икенсе урындар яулағайны, быйыл Көнһылыу Мөхәмәҙиева менән еңеүгә өлгәштек. Балаларҙың күбеһенең теле “мама, папа” тип асылған мәлдә, күбеһенсә русса һөйләшкән заманда башҡорт теленә ҡарата ошондай хөрмәт ҙур баһаға лайыҡ, бәйге уҡыусылар өсөн файҙаға ғына.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас